RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡтылыҡ нуры өләшеүсе

15.06.2012 Яҡтылыҡ нуры өләшеүсе

Яҡтылыҡ нуры өләшеүсе
...Бәләкәй генә ҡыҙ остоғо ҡурсаҡ уйнай. Әле бер, әле икенсе “бәпәй”енә йә дарыу ҡаптыра, йә “тын алышын” тикшерә. “Ҙурайғас, әсәйем кеүек балниста эшләйәсәкмен”, – тип әйтә ул һәр саҡ.
Әлфиә Рәхмәтуллина бала саҡ хыялына тоғро ҡала. Архангел районының Архангел ауылында урта белем алғас, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия бүлегенә уҡырға инә. “Студентлыҡтың тәүге йылында уҡ дөрөҫ юл һайлағаныма инандым. Кешеләргә ярҙам итеү – төп маҡсатым”, – ти йылмайып ҡыҙ. Әлфиә табип эшенең ауырлығын яҡындан күрә-белә – уның әсәһе Гөллирә Фәхретдинова 27 йыл педиатр булып эшләй.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Әлфиә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында интернатура үтә. 2011 йылда дипломлы йәш белгес Баймаҡ үҙәк дауаханаһының офтальмология бүлегендә эш башлай.
“Ә ни өсөн нәҡ офтальмолог булырға ҡарар иттең?” – тип ҡыҙыҡһынғас, йәш табип: “Күҙ – кешенең бик мөһим, кәрәкле ағзаһы. Уның аша тирә-яҡ донъяны танып беләбеҙ, мәғлүмәт алабыҙ. Ә тормош шул хәтлем матур, сағыу! Күҙҙәре насар күргәндәр ана шул хозурлыҡтан мәхрүм. Теләгем – кешеләргә яҡтылыҡ нуры өләшеү, – тип яуап бирҙе. – Егерме йылдан ашыу халыҡтың күҙ сәләмәтлеге һағында торған, РФ һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Римма Әминева етәкселегендә эш башланым. Римма Рәфҡәт ҡыҙы үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен түкмәй-сәсмәй миңә тапшыра. Әйтергә кәрәк, дауахана коллективына йәштәр күп килә. Тәжрибәле медицина хеҙмәткәрҙәре һәр беребеҙгә иғтибарлы, мөмкин тиклем ярҙам итә”.
Әйткәндәй, 2011 йылда Баймаҡтың 15 йәш табибына, шул иҫәптән Әлфиә Рәүил ҡыҙына ла фатир асҡыстары тапшырылған. Торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителгәс, йәштәрҙең эшкә тағы ла дәрте уяна.
Дауаханаға килеүселәр медицина хеҙмәткәренең бер йылы һүҙенә мохтаж, ә улары көнөнә бихисап халыҡты ҡабул итә. Төрлө мәлдәр була, әлбиттә, һәр береһенә яғымлы булыуы ла еңел түгелдер. Тәбиғәттән мөләйем, ихлас Әлфиә һәр кемдең күңелен ҡанатландырырға, йылы һүҙҙәре менән дә дауаларға тырыша. “Ҙур өмөт бағлап килгән кеше алдында оло яуаплылыҡ тоям. Бөгөн медицина көслө, офтальмология өлкәһендә яңы-яңы юлдар эҙләнә, күҙ сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу мөмкинлектәре киңәйә”, – ти йәш ҡыҙ.
Эшләгән кеше юғалмай. Өмөтлө, тырыш йәш белгес маҡсаттарына мотлаҡ ирешер.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Земфира ҒӘҘЕЛШИНА фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…