RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әлдә бер белешмә етмәгән

06.04.2012 Әлдә бер белешмә етмәгән

Әлдә бер белешмә етмәгән
Ул шул тиклем тормошҡа ғашиҡ! Бар булмышы, йәшәйеше, эше менән камиллыҡҡа, бәхеткә ынтылыусы ир аҫылы күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уята. “Баҫҡан ерендә ут сығара!” − тиҙәр ундайҙар хаҡында. Үҙенә генә хас йор күңеллелеге, йомартлығы, ихласлығы һәм сәмлелеге менән ул донъя­ға дәрт һәм йәм өҫтәй. Исеме лә бит әле ниндәй һоҡланғыс! Һүҙ кем тураһында бара, тиһегеҙме? Әлбитттә, Ирәндек Заһит улы БИРҘЕҒОЛОВ хаҡында.

Ейәнсура районының Үтәғол ауылында ғүмер кисереүсе Нәсихә менән Заһит Бирҙеғолов­тарҙың ғаиләһендә донъяға ауаз һала бөгөнгө геройыбыҙ. Татыулығы менән дан тотҡан Бирҙеғоловтар ун бер балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһен аяҡҡа баҫтыра. Донъяға шатлыҡ менән бағып йәшәй белгән ғаилә балаларында ла бер-береңде хөрмәтләү, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итергә әҙер тороу кеүек күркәм сифаттар тәрбиәләй.
Унынсы класты тамамлағас, Ирәндек мәктәптә уҡытыусы булып эшләһә лә, ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә хыяллана. Ике йыл армияла хеҙмәт иткәндән һуң хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Өфөгә килә. Етмәһә, һөйгән ҡыҙы Әлфиә менән бер ҡалала булыу хистәре лә егеткә тынғылыҡ бирмәй. Документтарын тапшырғанда, бер белешмә ҡағыҙы етмәү сәбәпле, ауыл хужалығы институтына уҡырға алмайҙар. ҡайта һалып, килтереп еткерергә ул заманда транспорт мәсьә­ләһе ҡатмарлы була, аҡса яғы ла наҡыҫ, етмәһә, ара алыҫлығы ла бар. Ә һиңә өмөт бағлап, фатихаһын биреп ҡалған атай-әсәйеңә, туғандарыңа ни әйтерһең? Тап ошо мәлдә егеткә көтмәгәндә бәхет йылмая: яратҡан ҡыҙының бер туған апаһы медицина училищеһына барып ҡарарға кәңәш бирә. Тәүәккәл егет, оҙаҡ уйлап тормай, документтарын шунда тапшыра.
Өфөнөң был уҡыу йортона уны ҡуш ҡуллап алалар. Теш технигы бүлегенә уҡырға инә. Ике йылдан диплом алған белгесте Тамбов ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Тик Ирәндек Заһит улының күңеле сит ерҙәрҙе үҙһенмәй, тыуған яҡҡа тартыла. Ниһайәт, 1984 йылда йәш белгес Стәрлетамаҡ балалар стоматология поликлиникаһына эшкә ҡайтарыла һәм әлеге көнгә тиклем ошонда тир түгә. “Егерме һигеҙ йыл ғүмер үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, матур йәшәргә, эшләргә теләк ҙур ине шул”, − ти Ирәндек Заһит улы, үткәндәрҙе барлап.
Эйе, эшен яратып башҡарған кеше генә үҙ һөнәренә тоғро ҡалалыр. ҡасандыр бер белешмә ҡағыҙы етмәгәнлектән осраҡлы рәүештә медицина училищеһына уҡырға инеүен Ирәндек Заһит улы яҙмыш бүләге тип ҡабул итә. Уның йылдар дауамында тупланған оҙайлы эш тәжрибәһе, тынғыһыҙ хеҙмәте ҡалабыҙҙа мәртәбәле баһалана. Иң тәүгеләрҙән булып “Юғары категориялы теш технигы – ортодонт” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Белемен камиллаштырыу йәһәтенән күп уҡыған һәм яңы технологияларҙы үҙләштереп, заман менән бергә атлаған Ирәндек Заһит улының тырышлыҡ, эшһөйәрлек һәм ныҡышмалылыҡ һөҙөмтәһе был.
Эше яйлы кешенең тормошо ла бынамын тигән бара. Бер-береһен яратышып өйләнешкән Әлфиәһе менән гөрләтеп донъя көтәләр. Ике ҡыҙ үҫтерәләр. Тормош юлының һәр баҫҡысын бергә артылған һайын был ике йөрәк һәр нәмәнең ҡәҙерен белеп йәшәй. Бергә ҡоролған ғаилә ҡәлғәһе шуға ла ныҡлы, бәрәкәтле һәм ышаныслы.
Эшләгән урынында алмаштырғыһыҙ белгес, тирә-яҡтағыларына ҡарата ярҙамсыл, хәстәрлекле ғаилә башлығы, бәхетле атай, олатай Ирәндек Заһит улы “Бәхетле булыу – үҙ ҡулыңда” тигән тормош девизына һәр саҡ тоғро ҡала. “Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға ынтылаһыңмы, әллә кемдәндер көтөп ятаһыңмы, аҡса табырға тырышаһыңмы, әллә күктән яуырына өмөтләнеүеңде дауам итәһеңме, бар шатлыҡты көндәлек хеҙмәтеңдә, ғаиләңдә күрәһеңме, әллә кешенекенә көнләшеп йөрөүҙе хуплайһыңмы – үҙ ихтыярыңда, үҙ асылыңда, тормошто нисек күрә белеүеңдә”, − ти ул.
Һәр эшкә етеҙ һәм яуаплы, эшсән, ипле һүҙле, кәйефһеҙ кешенең күңелен тиҙ генә күтәреп ебәрер, тейешле һүҙен дә табыр Ирәндек Заһит улы барыһының да бәхетле булыуын теләй. “Янымда бәхетле кешеләр ни тиклем күберәк булһа, донъя шул тиклем яҡтыраҡ, тулыраҡ”, – ти ул.

Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА.
Рөстәм ХӘЛИМОВ фотоһы.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…