RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » АҠ БАЛСЫҠ АҒЫУМЫ, ӘЛЛӘ ДАРЫУМЫ?

06.04.2012 АҠ БАЛСЫҠ АҒЫУМЫ, ӘЛЛӘ ДАРЫУМЫ?

ҡайһы берәүҙәрҙең аҡ балсыҡ ашағанын ишеткәнегеҙ барҙыр. Мин уны икмәк урынына ҡулланам, ҡаҙып алынған бер тоҡ аҡ балсыҡ ни бары дүрт айға ғына етә. Уның таш булып бөйөргә ултырыуын да ишеткәнем бар. Тик ҡайһы берәүҙәр уны, бөтөнләй зыянһыҙ һәм хатта файҙалы, ти. “Кальций д3 никомед” та эсеп ҡараным, тик барыбер аҡ балсыҡһыҙ булмай...
Ләйсән.
Сибай ҡалаһы.

АҠ БАЛСЫҠ АҒЫУМЫ, ӘЛЛӘ  ДАРЫУМЫ?
Һорауға Ғ. ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табибы, травматолог-ортопед Илшат ҒАФАРОВ яуап бирә:
− Аҡ балсыҡ төрлө минераль тоҙҙарға, кремний, тимер, цинк, литий кеүек химик элементтарға бай. Балсыҡ һауытта һаҡланған һөт әсемәй, ә яңылыш бармағыңды ҡырҡып ебәреп, балсыҡ һөртһәң, ул ҡанды туҡтата, яраны тиҙ уңалта һәм микробтарҙан һаҡлай. Шулай уҡ организмдан төрлө шлак, ағыу­ҙарҙы сығарыуға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Гайморит, ҡолаҡ шешеү, артрит, остеопороз, бронхит, ангина кеүек ауырыуҙарҙы дауалағанда ла балсыҡты уңышлы ҡулланалар. Был матдә косметологияла ла мөһим урын алып тора. Унан йәшәртеүсе, туҡлыҡлы битлектәр эшләйҙәр, сәстәргә лә файҙаһы ҙур.
Ләкин иң файҙалы дарыу ҙа, күп ҡулланһаң, ағыуға әйләнә, тиҙәр. Шуның өсөн бөтә нәмәнең самаһы барлығын оноторға ярамай. Балсыҡҡа килгәндә, уны ла артыҡ ашарға ҡушылмай. Һәм тик дарыуханала һатып алғанын ғына ҡулланырға мөмкин. Үҙегеҙ ҡаҙып алған балсыҡта зарарлы матдәләр, бактериялар булыуы ихтимал.
Уны 21 көн ҡулланғас, башҡа ашарға ярамай. Сөнки кешелә бәйлелек барлыҡҡа килә. Килеп сыҡмаһа, кунжут ашағыҙ. Ә һәр ваҡыт балсыҡ ҡулланһағыҙ, организмығыҙға ҙур зыян килтереүегеҙ ихтимал.
Балсыҡ ашағы килеү − ул кальций етмәү билдәһе түгел, ә организмда башҡа ауырыу барлығын иҫкәртеүе. Шуның өсөн иң башта терапевтҡа күренегеҙ һәм ашҡаҙан-эсәк юлын тикшертегеҙ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…