RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡулдар ғына түгел, һүҙҙәр ҙә дауалай

07.02.2012 Ҡулдар ғына түгел, һүҙҙәр ҙә дауалай

Йәш табибә Регина Абрарова кешеләргә ярҙам итә алыуы менән үҙен бәхетле һанай
Ҡулдар ғына түгел, һүҙҙәр ҙә дауалай
Дауаханаға беҙ ниндәйҙер ауырыу ныҡлап йонсота башлағас ҡына, иң ауыр мәлебеҙҙә йөрөргә күнеккәнбеҙ. Шуға ла сирле саҡта табиптың бер йылы һүҙенә мохтажбыҙ, уның бер генә ҡырын ҡарашынан да йөрәгебеҙ өҙөлөп төшөр­ҙәй була. Улар көнөнә тиҫтәләрсә пациентты ҡабул итә. Әлбиттә, һәр береһенә йылмайып ултырыуы, яғымлы булыуы ла еңел түгелдер. Тик беҙгә барыбер шул йылы ҡараш кәрәк. Асҡын районы дауаханаһында гинеколог булып эшләүсе Регина Абра­роваға ла көн һайын 30 − 40-лап кеше килә. «Пациенттарҙың тәндәре генә түгел, йәндәре лә һауығып сыға, районда ҙур ихтирам яулаған ул», − тип йәш табип тураһында дауахана коллективы тик маҡтау һүҙҙәрен еткерә. Быға аптырарға ла түгел. Табип булыу таланты уға Хоҙайҙың үҙенән бирелгәндер. Мөләйемлеге менән күңел ауырыуҙарын дауалар көскә эйәлер был йәш ҡатын, тип уйлай­һың. Йомшаҡ ҡына тауышы, ҙур күҙҙәре, йылмайғанда сикәләрендә хасил булған соҡорсоҡтары − бөтәһе лә уға ҡарата ниндәйҙер ышаныс уята.
Регина Ринат ҡыҙы Миәкә райо­нының ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән медицина менән ҡыҙыҡһына, табиптар тураһында төрлө фильм­дар ҡарай, уҡығанда ла синыф санитары була. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт медицина колледжының фельдшер-акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Унан һуң уҡыуын Башҡорт дәүләт медицина университетында дауам итә, ике йыл акушерлыҡ кафедраһында ординатурала белемен камиллаштыра. Бер юлы 21-се поликлиникала шәфҡәт туташы булып эшләп тә йөрөй. Ете йыл дауамында эш менән уҡыуҙы бергә алып бара ул, төнгө дежурҙан һуң иртән уҡырға йөрөүе еңелдән булмаһа ла, ике ерҙә лә өлгөрөргә, һәр эшен еренә еткереп башҡарырға тырыша.
Өсөнсө курста уҡып йөрөгәндә Асҡын районы егете Айрат Абраров менән таныша. Уҡыуын тамамлағас, йәштәр өйләнешеп, 2010 йылда Асҡын районының ҡубыяҙ ауылына йәшәргә ҡайталар. Әле көн һайын йәш табибә район үҙәгендә урынлаш­ҡан дауаханаға йөрөп эшләй. Районда иң ҙур ауылдарҙан һаналған ҡубыяҙҙа ла эше етерлек. Бөтә урам менән йәш белгескә кәңәш, ярҙам һорап киләләр. Һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша Регина Ринат ҡыҙы.
Өфөнән Асҡынға эшкә ҡайт­ҡанда бик тулҡынлана ул, нисек ҡабул итерҙәр икән, тип тә борсола. Тик борсолоуҙары юҡҡа булып сыға, йәш табипты дауаханала бик йылы ҡаршылайҙар. Регина Ринат ҡыҙы Галина Кавардакова менән Радик Сәмиғуллинды уҡытыусылары тип ҡабул итә, һәр саҡ кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп торғандары өсөн улар­ға рәхмәтле. Админис­трация тарафынан да, бәләкәй генә булһа ла, аҡсалата ярҙам була.
− ҡалала эшләүе еңелерәк. Унда халыҡ та ауырыу­ҙар тураһында күберәк белә, һаулығын йышыраҡ тикшертә, үҙен нығыраҡ ҡайғырта. Ә ауылда кеше, эш күп, барырға алыҫ, тип дауаханаға ныҡлап ауырый башлағас ҡына килә. Әлбиттә, үҙебеҙ ҙә сирлеләр янына барырға тырышабыҙ. Уларҙың һәр бере­һенә айырым иғтибар бүлергә, күңелдәренә асҡыс таба белергә кәрәк. Шуға ла ҡайһы саҡта күңелдәрен күтәрер өсөн ниндәйҙер берәй ҡыҙыҡлы хәлде һөйләп, көлдөрөп ебәрергә тырышам, − ти табип.
Иң ҡыйыны − ваҡыт етмәүе, ти. Миәкә ҡыҙының һәр кемгә ярҙам иткеһе килә, һәр нәмәгә өлгөрөргә ынтыла. Күп уҡыр­ға, күберәк белергә тырыша. Пациенттарҙың карточкаларын да өйөнә алып ҡайтып тултыра. Әгәр ҡасандыр ҡалала йәшәргә һәм эшләргә тип хыялланған булһа, бөгөн ауылға ҡайтып эшләүенә үкенмәй. «Ярҙамыма өмөт итеп килгән кешеләрҙең бер ихлас рәхмәт әйтеүе – минең өсөн иң ҙур баһа. Әгәр саҡ ҡына булһа ла кемгәлер ярҙам итә алам икән, был миңә ҙур бәхет», − тип йәшәй Регина Ринат ҡыҙы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…