RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөтә сир - нервынан

23.04.2011 Бөтә сир - нервынан

Ни өсөн бөтә кешеләрҙә лә нервы системаһы бер төрлө булмай? Берәүҙәр тыныс, сабыр, һәр саҡ үҙен тота белә, ә икенселәр, киреһенсә, сиктән тыш ярһыу, ҡыҙыу йәки тынғыһыҙ? Баҡтиһәң, был кешеләрҙең мейе ҡабығындағы ярһыу-тотҡарланыу процестарының көсөнә, хәрәкәтенә бәйле икән. Ләкин кешенең нервыһы үҙгәрешһеҙ тип аңларға ярамай. Төрлө шарттар, тәьҫирҙәр һөҙөмтәһендә кешенең холҡо үҙгәрә ала. Йәғни кеше үҙенең өҫтөндә даими эшләһә, нервы системаһы бөтөнләй икенсе типҡа әүерелеүе ихтимал.

Нервы системаһын ҡаҡшатыусы сәбәптәр

Нервы ауырыуҙарының килеп сығыуын кешелек донъяһының төрлө дәүерендә төрлөсә аңлатырға тырышҡандар. Халыҡта был хәлде «зәхмәт ҡағылыу», «боҙом» тип тә йөрөткәндәр. Хатта әле лә нервы ауырыуҙарын дөрөҫ аңламаусылар бар.
Ғалимдар нервы сирҙәрен юғары нервы эшмәкәрлегенең боҙолоуы тип иҫбатлаған. Ул баш мейеһенең төрлөсә зарарланыуынан боҙола икән. Был ваҡытта ярһыу һәм тотҡарланыу процестары, рефлекстар яһалыу патологик үҙгәрештәргә алып килә. Мәҫәлән, баш мейеһенең төрлө йоғошло һәм йоғошһоҙ ауырыуҙар менән (киҙеү, ревматизм, туберкулез) ауырыуы нервы күҙәнәктәрен һәләк итә, нервы тамырҙарындағы үткәреүсәнлекте боҙа. Организмдың теләһә ниндәй ауырыу кисереүе нервы системаһында үҙгәрештәр тыуҙыра, уның көсөн ҡаҡшата. Бөгөн нервы системаһын ҡаҡшатыусы ҡайһы бер ауырыуҙар хаҡында һөйләмәксебеҙ.
Киҙеү тын юлдарына вирустар эләгеү аша йоға. Ул тын юлдарын, ҡан тамырҙарын, эске органдарҙы боҙа. Сир ваҡытында йыш ҡына баш мейеһе лә шешә. Күптәр был хаҡта хатта белмәй ҙә. Грипп етди ауырыу түгел тип, аяҡ өҫтө үткәрәләр. Һөҙөмтәлә ул нервы системаһын ҡатмарланыуҙарға дусар итә. Энцефалит кеүек ауырыу тыуҙыра.
Бруцеллез ауырыуын кешеләр хайуандарҙан йоҡтора. Был сир ваҡытында бөтә нервы системаһы зарарлана. Ул төрлө невриттар, радикулит формаһында ла үтергә мөмкин.
Ангинаны тамаҡ ауырыуы тип кенә ҡарау ҙур хата. Ғәмәлдә күптәр уны ваҡытында дауаламау арҡаһында ревматизм ауырыуы эләктерә. Йәш үҫмерҙәрҙә ревматизм йышыраҡ баш мейеһен зарарлай һәм уларҙа хорея тип аталған етди нервы ауырыуы барлыҡҡа килтерә.
Йәш балаларҙа дифтерия, скарлатина ауырыуҙары ҡатмарланған саҡта ла нервы тамыр­ҙары шешеүе ихтимал.
Венерик ауырыуҙар ҙа кешене ауыр нервы сиренә дусар итә. Был мәлдә кешенең хатта аҡылы зәғифләнә.
Баш һәм арҡа мейеһе йәрәхәте, ғәҙәттә, баш һөйәге, умыртҡа бағанаһы бәрелеү, һуғылыу ваҡытында йыш осрай.
Баш мейеһе контузияһы, мейе һелкенеү, арҡа мейеһе өҙөлөү, нервы тамырҙарының тартылыуы – йәрәхәттәрҙең иң йыш таралған төрҙәре. Баштағы йәрәхәт әллә нисә йылдан һуң да үҙен һиҙҙерергә мөмкин. Ғәҙәттә, ул кеше ял режимын боҙғанда йәки спиртлы эсемлектәр эскәндә килеп сыға. Был ваҡытта берәүҙәрҙә – көҙән йыйырыу, аяҡ-ҡулдарҙың көсһөҙләнеүе, икенселәрҙә хәлһеҙлек, баш ауыртыу, хәтерҙең насарайыуы күҙәтелә.
Нервы ҡаҡшауы эске органдар ауырыуы ваҡытында ла күҙәтелә. Мәҫәлән, ашҡаҙандың сей яраһы нервы системаһының тиҙ ярһыуына килтерә. Шундай уҡ хәл бауыр ауырыуы, ҡалҡан биҙенең үҫеүе ваҡытында осрай. Был осорҙа кешене йоҡоһоҙлоҡ, эс бошоу, күңел төшөнкөлөгө биләп ала. ҡайһы ваҡыт теге йәки был дарыуҙы табип күрһәтеүенән башҡа ҙур доза­лар­ҙа ҡабул итеү ҙә нервы системаһын ҡаҡшата.
Нервы ауырыуҙары йыш ҡына ҡан тамырҙары ауырыуынан да килеп сыға. Гипертония (ҡан баҫымы күтәрелеү), артериосклероз (ҡан тамыр­ҙарының ҡатыуы) баш мейеһенең туҡланыу процестарын боҙа, уның эшмәкәрлеген түбәнәйтә.
Нервы системаһының һау-сәләмәт булыуында дөрөҫ туҡланыу ҙа ҙур роль уйнай. Аҙыҡтың аҡһымға, майға, углеводҡа һәм витаминдарға ярлы булыуы йәки туҡланыу режимын боҙоу организмды хәлһеҙләндереү менән бергә нервы системаһын да ҡаҡшата. Нервы системаһы бигерәк тә В витамины етешмәүгә бик һиҙгер. Был ваҡытта төрлө полиневриттар килеп сыға, хатта ҡулда фалиж күҙәтелә, юғары нервы эшмәкәрлеге ҡаҡшай.

Күберәк йоҡлағыҙ

Нервыларҙың ныҡлығы йоҡо режимына ла бәйле. Йоҡо мәлендә баш мейеһе ял итә, нервы күҙәнәктәре яңынан көс йыя. Йоҡлаған мәлдә тотош организм үҙгәрештәр кисерә. Йөрәк әкренерәк эшләй, ҡан баҫымы түбәнәйә, тын алыу тигеҙләнә. Был мәлдә ашаған ризыҡ нығыраҡ һеңә. Табиптар билдәләүенсә, йоҡоно һис бер ниндәй ял менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Халыҡ, бер йоҡоһоҙ төндө ун көн йоҡлап та кире ҡайтарып булмай, тип белмәй әйтмәгән. Йоҡо – ул үҙәк нервы системаһының шартһыҙ рефлексы. Шуға күрә оҙаҡ йоҡламағанда кешенең баш мейеһе һәм юғары нервы системаһы зарарлана. Бындай хәл даими ҡабатланһа, кеше тиҙ ҡартая һәм иртә үлә. Йоҡоһоҙ йәшәп булмай. Сөнки баш мейеһенең күҙәнәктәре көнө буйы әллә күпме энергия сарыф итә һәм уны тулыландырып торорға кәрәк. Бына ни өсөн яңы тыуған бала тәүлегенә 22 – 23 сәғәт йоҡлай һәм асығып ҡына уянырға, ә бер йәшлек бала – 16, 3 – 5 йәшлек бала – 12 – 15, өлкәндәр – 7 – 8, ҡарттар 5 – 7 сәғәт йоҡларға тейеш.

Еңмешлекме, ғәҙәтме?

Йыш ҡына ата-әсәләр, балабыҙ бик ҡыҙыу, ниңә шулай икән, тип аптырай. Нервозлыҡ балаларҙа төрлөсә күҙәтелеүе мөмкин. Берәүҙәр үтә тынғыһыҙ, үҙ һүҙле, ә икенселәре ғәҙәттән тыш һүлпән, йомоҡ, баҫалҡы була. Ауырыуҙың төп сәбәбе – балаға кесе йәштән үк дөрөҫ тәрбиә бирмәү. Неврологтар, бала менән мөнәсәбәттә, уға талап ҡуйыуҙа һаҡсыллыҡ кәрәк, тип билдәләй. Белгестәр фекеренсә, сабыйҙың кесе йәштән үк бөтә нәмәне белергә, тотоп ҡарарға ынтылыуы тәбиғи. Сөнки баланың был ваҡытта үҙәк нервы системаһы камиллаша. Әгәр был мәлдә бала һәр ваҡыт тыйыу, сикләү тойһа, ул илаҡҡа, тиҫкәрегә, үпкәселгә әйләнә. Йыш ҡына унда үҙһүҙлелек сифаты өҫтөнлөк ала. Ҙурайғас, бындай бала тормошҡа яраҡлашмаған, күберәк эске кисерештәргә бирелеүсән кешегә әйләнә. Ә ҡайһы бер ғаиләләрҙә был хәлдең киреһе күҙәтелә. Балаға бар нәмә рөхсәт ителә. Ундай балалар, үҫкән һайын талаптарын арттыра барып, үҙ һүҙле, маһайыу­сан булып үҫә.
Балаларҙа сир барлыҡҡа килеүҙә нервы системаһына насар тәьҫир итеүсе факторҙар ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, кескәй баланы самаһыҙ уйнатыу, көлдөрөү уның нервы системаһын арыта, ахыр сиктә бала илай, насар йоҡлай башлай. Шулай уҡ балаларға бәләкәйҙән үк шиғыр ятлатыу, хәреф өйрәтеү дөрөҫ түгел. Бигерәк тә уның үҙенең теләге булмаһа, мәжбүр итеү тыйыла. Оҙаҡ итеп телевизор ҡарау, компьютерҙа уйнау ҙа зыянлы. Баланың нервы системаһы кесе йәштән бик һиҙгер була. Ул бөтәһен дә аңлай һәм күңеленә яҡын ҡабул итә. Ғаиләләге ыҙғыш, эскелек, насар күренештәр ҙә нервы-психик системаһында насар эҙ ҡалдыра. Ғаиләлә балаға тупаҫ ҡараш, язаға тарттырыу булырға тейеш түгел. Уны насар уҡығаны өсөн язаға тарттырыу, әрләү тыйыла. Сөнки был ялҡаулыҡ түгел. Ә дөрөҫөрәге, нервы системаһының йомшарыуы, йә аҙ ҡанлылыҡ билдәһе. Баланың йоҡлағанда аҫтын еүешләүе (энурез) нервы ауырыуы тигән һүҙ. Уны ваҡытында дауаламағанда, был сирҙең ҡаты нервы ауырыуына һабыштырыуы ихтимал.

Төрҙәре

Нервы системаһының дөрөҫ үҫмәүе арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙың береһе психопатия тип атала. Ул күберәк насар холоҡло йәки нервылы кешеләр араһында йыш осрай. Был ауырыуға, башлыса, кешеләрҙе насар мөнәсәбәт, тупаҫлыҡ кеүек кире күренештәр дусар итә. Үҙәк нервы системаһы ҡаҡшаған кешеләрҙең башҡа ағзалары ла көсөргәнеш кисерә. ҡан тамырҙары ҡыҫыла, башы ауырта, ҡан йөрөшө насарая. Ә йөрәк, баш мейеһе кеүек мөһим ағзалар хатта бер-ике секундҡа ҡан етешмәүҙән дә ҙур үҙгәрештәргә дусар ителә. Әгәр бындай хәл оҙаҡ һәм йыш ҡабатланһа, кешелә, нервы ауырыуы менән бер рәттән, йөрәк йәки баш мейеһе ауырыуҙары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ундай кешеләр бик йәшләй артериосклероз менән ауырый башлай, иртә ҡартая.
Невроз – сағыштырмаса еңел ауырыу. Сир айырыуса йомшаҡ, хисле, һәр нәмәне йөрәгенә яҡын ҡабул итеүсе кешеләрҙә йыш осрай. Ауырыу бер нисә төргә бүленә.
Неврастения – ул нервы системаһының хәлһеҙләнеүе, функциональ торошо үҙгәреүе. Быға кире тойғолар тыуҙырыусы психик фактор­ҙар, ҡайғырыу, нервы-психик системаһының көсөргәнешле эшләүе, күңел йәрәхәте сәбәп булып тора. Эске ағзаларҙың инфекция сирҙәре, көсөргәнешле эш, уңышһыҙлыҡ, тиктомалға эс бошоу, йоҡо туймау, эштәге, ғаиләләге конфликттар ҙа неврастения сиренә килтерә. Сирҙең тәүге билдәһе – тиҙ ярһып китеүсәнлек. Юҡ ҡына сәбәптән дә сирле кешенең кәйефе ҡырыла, йә ҡыҙып китә, самаһыҙ шатлана. ҡайһы саҡта үҙен тота алмай, бүтәндәр менән конфликтҡа инә. Икенсе билдәһе – тиҙ арыусанлыҡ. Сирленең баш мейеһе насар эшләй, хәтере насарая, йоҡлай алмай, йоҡо алдынан булған ваҡиғалар күҙ алдынан китмәй, төшө боҙола, иртәнсәк һиҫкәнеп уяна. Көндөң икенсе яртыһында эшкә һәләте кәмей.
Неврастенияның өсөнсө билдәһе – эске ағзаларҙың функцияһы боҙолоуы. Ул вегетатив нервы системаһының ҡаҡшауында күренә. Сирленең йыш ҡына башы ауырта. Баш ҡорош­ҡан кеүек була. Ауырыуҙың ял иткәндән, дарыу эскәндән һуң баш ауыртыуы туҡтай, әммә ниндәйҙер борсолоу кисергәндән һуң ул йәнә ҡабатлана.
Неврастения менән ауырыған кешеләр күп ваҡыт йөрәге ауыртыуға зарлана, һәм ул кәйеф төшкәндә, йоҡлай алмағанда айырыуса ныҡ һиҙелә. Сирлеләр шулай уҡ үҙҙәрендә ҡан тамырҙары «уйнауын» тоя. Саҡ ҡына борсолоу ҙа ҡан баҫымы күтәрелеүенә йә төшөүенә, пульс шәбәйеүгә сәбәпсе була. Хәлһеҙлек ялмап ала, тирләтә. Күптәр аппетиты юғалыуға зарлана. Шомло шикләнеү – неврастения сиренең тағы бер билдәһе. Сирлеләр күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоя.
Истерия менән интеккән кешеләрҙең тәбиғәте аҡыллы фекер йөрөтөүгә түгел, ә тойғоларға буйһонған була. Ундай кешеләр үҙҙәрен бик ауыр сирле тип хис итә һәм быға башҡаларҙың да ышаныуын теләйҙәр, йәлләтергә тырышалар. Әгәр үҙҙәренең теләгенә ирешә алмаһалар, ҡысҡырырға, иларға тотоналар, хатта телдән яҙалар. Истерия ауыр, ҡотол­ғоһоҙ ауырыу түгел. Уға дөрөҫ тәрбиә алмауҙан килеп тыуған насар ғәҙәт тип ҡарарға мөмкин. Шуға күрә холҡоңдо үҙгәртһәң, унан ҡотолоп була. Ә инде насар ғәҙәттән арына алмағанда, дарыу билдәләргә мөмкин.
Невроздарҙың өсөнсө төрө – психастения һирәк осраған сир һанала. Ауырыу үҙен юҡҡа битәрләй, тормошҡа яраҡһыҙ тип иҫәпләй. Теләһә нимә хаҡында уйлап ҡурҡа. Һәр ваҡыт башҡарған эшенә икеләнеп, шикләнеп ҡарай. Мәҫәлән, ишекте бикләнемме, юҡмы, газды һүндерҙемме һ.б. тип, ҡайта-ҡайта тикшереп ҡарай. ҡайһы берәүҙәр юғарылыҡтан, икенселәре ҡараңғылыҡтан, өсөнсөләре юлды арҡыры сығырға ҡурҡа. Араларында йорт тәҙрәләрен, атлаған аҙымдарын, йөрәк тибешен һанауҙы ғәҙәтенә индергән кешеләр ҙә осрай.

Дауалау

Нервы сирен дауалағанда төрлө физик факторҙарҙы ҡулланыу бигерәк тә файҙалы. Саф һауала булыу, йәйгеһен һыу инеү, спорт менән шөғөлләнеү тиҙерәк һауығыуға булышлыҡ итә. Бигерәк тә аҡыл сарыф иткән эштә эшләүселәргә һәр көн еңелсә физик күнегеү менән шөғөлләнеү зарур. Нервы ауырыуҙарын ни тиклем иртә дауалай башлаһаң, шул тиклем яҡшы. Шунлыҡтан үрҙәге берәй билдә беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә оялмағыҙ. Ғәҙәттә, ауырыу амбулатория шарттарында дауалана. Әгәр инде сир оҙаҡ һәм ауыр үтә икән, стационарға ятырға мөмкин.

Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…