RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡҡа аяҡ баҫҡанда

19.02.2011 Аҡҡа аяҡ баҫҡанда

Аҡҡа аяҡ баҫҡандаМиҙгелдәр алмашынған мәл күңеленә яҡын Илдар Рафиҡ улы Сыртлановтың. Ер-әсәбеҙ өҫтөнә алтын балаҫ булып түшәлгән һары, ҡыҙыл, ҡарағусҡыл көрән япраҡтарҙы сирҡандырып яуған тәүге аҡ тәңкәләрҙе һанап йөрөргә ярата ул. ҡыш батшалығы бөтөп, ҡарҙан әрселеп тә бөтмәгән туң ерҙән яңы ғына морон төртә башлаған йәшел үҫентеләрҙе күрһә, йөрәге үрһәләнә. Йылғалар боҙҙан әрселеп, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтҡанда, алтмышынсы тиҫтәне ҡыуыуына ҡарамаҫтан, балалар кеүек ҡыуана. Йәй башында уларҙың ояларынан, тирә-яҡтағы бар ғәмде онотоп, сырҡ та сырҡ килгән тауыштарын ишетеү уй-хистәрен яңыртып ебәрә. Күп тә үтмәй, улар, хәҙер инде ҡанаттары нығынған ҡоштар, алтын төҫөнә мансылған тыуған төйәктәрен ҡалдырып, алыҫ тарафтарға юллана. ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙың ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ килеп ер-әсә менән хушлашыуын ҡарап тороу – үҙе бер тамаша. Улар киткәс, бар тәбиғәт моңһоуланып ҡала, кешеләр күңелендә һағыш ярала.
Оса япраҡ, һары япраҡ,
еткәс көҙҙәр,
Китә ҡаҙҙар, кейек
ҡаҙҙар урап-урап.
Яҙҙар эҙләп ҡайта алмай тик
янған йөрәк,
Киләсәккә ара йыраҡ, ара йыраҡ...
Ана шулай моңланып ҡына, сираттағы отпускыһын ослап, айҙан артыҡҡа һуҙылған ялдан һуң беренсе көн генә эшкә китеп барыуы Сыртлановтың.
Һөнәре буйынса сәнғәт кешеһе булмаһа ла, Илдар Рафиҡ улы үҙенең эшенә ижади ҡарап өйрәнгән. Хәйер, һәр бер кешегә лә үҙ эшенә ижади ҡарау кәрәктер, моғайын. Юғиһә һуңғы йылдарҙа тормошто ғәмһеҙлек, бушлыҡ, бер төрлөлөк баҫып бара һымаҡ. Бәлки, был хата фекер­ҙер. ҡайҙа ҡарама, зауыҡлы йорттар төҙөлә, замана мөмкинлектәренең сикһеҙлеген күрһәтергә тырышып, әҙәм балаларының зиһенен ғәжәпкә ҡалдырып, яңы биналар хасил була. Сәхнәләрҙә яңы әҫәрҙәр ҙә ҡуйыла, кинофильмдар ҙа күрһәтелә, яңы китаптар ҙа яҙыла. Мәгәр, уларға күңел йылыһы һалынмаған, ижади ҡараш етешмәгән һымаҡ. Уның уйлағандарын, ана, Илдар үҙе ныҡ ихтирам иткән яҡташы, шағирә Тамара Ғәниева, “талантһыҙҙар менән талапһыҙҙар” донъяны баҫҡан, шуға шулай, тип бер һүҙ менән әйткән дә биргән.
– Илдар Рафиҡович, һаумыһығыҙ! – Сыртлановты һиҫкәндереп, ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде. Бәй, уйланып килеп, үҙе эшләгән Республика перинаталь үҙәгенә еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған икән. ҡаршыһында торған йәш ҡыҙ, доктор ишетмәне, тип уйланы, ахырыһы, тағы телгә килде.
– Ағай, Сыртланов һеҙ булаһығыҙмы? Мин Мәләүездән килдем, әсәйем һеҙҙе күрергә ҡушҡайны.
– Әсәйең күрергә ҡушҡас, бына күрҙең инде. Шунан?
Ғүмер уртаһына еткән олпат кәүҙәле, теремек күҙле, ҡуйы сәстәре яңы ғына яуған аҡ ҡарҙы хәтерләткән табиптың шаяртҡанын үҙенсә аңлаған ҡыҙ, ҡулына йомарлап тотҡан шыптыр тоҡсайын ҡайҙа йәшерергә белмәй, ҡаушап ҡалды, нимәлер әйтергә уҡталды, тик, ауыҙын асһа ла, өнө сыҡманы.
ҡыҙҙың хәлен аңлағайны инде Сыртланов, үҙе ярҙамға килде.
– Әле генә вокзалдан күтәрелдеңме? Өшөгәнһеңдер бит, нишләп эскә инмәй, урамда баҫып тораһың? Әйҙә минең кабинетҡа үтәйек, шунда һөйләшербеҙ. Исемең нисек әле һинең, ҡыҙым?
– Алина. – Мәләүез ҡыҙы, өшөүҙән мышнай башлаған танауын йыш-йыш тартып, доктор артынан эйәрҙе.
– Һеҙ миңә ғүмер бүләк иткәнһегеҙ, ағай, – тип башланы һүҙен Алина, Сыртлановтың кабинетындағы күн менән тышланған йомшаҡ дивандан урын алғас. – Иҫегеҙҙәме икән, Мәләүездең бала табыу йортонда эшләгән сағығыҙҙа, бер төндө, дауаханаға “Тиҙ ярҙам” машинаһында йөклө йәш ҡатынды килтерәләр. Биш айлыҡ ауыры төшөү ҡурҡынысы янай уға.
1977 йылда, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, ҡулына буяу еҫе лә таралып бөтмәгән табип дипломы алған Сыртлановты, йүнәлтмә менән, Яңауылға эшкә ебәр­ҙеләр. Унда туғыҙ йыл тирәһе гинекология бүлеге мөдире булып эшләп, байтаҡ ҡына тәжрибә туплап өлгөргән Илдар, тыуған яҡтарға яҡыныраҡ булыр, атай-әсәйемдәр ҙә эргәлә, тип, һикһән алтыла Мәләүезгә күскәйне.
Әле ҡаршыһында ултырған Алина исемле Мәләүез ҡыҙы һөйләгән ул тетрәндергес ваҡиға ла бөгөнгөләй хәтерендә Илдарҙың.
1988 йыл ине шикелле. Ямғырлы төндө бимазалап, “Тиҙ ярҙам” машинаһы ҡабул итеү бүлмәһенә ҡалдырып киткән сирлене операция өҫтәленә һалыр алдынан, дежур гинеколог Сыртланов, икенсе тәүлек ялһыҙ эшләгәнлектән, күҙ ҡабаҡтарын баҫып килгән йоҡоһон ҡул менән һыпырып ташланы ла, ҡатынды ентекләп ҡарарға булды. Ысынлап та, ауыры төшөүе ихтимал бисараның, ул өҙлөкһөҙ ҡалтырай, ҡан баҫымы түбән, йөҙө көл төҫөнә ингән, эсенең түбән өлөшө тулғаҡ тотҡандағы кеүек ауырта. Бындай осраҡта һис шикһеҙ аборт яһау кәрәк. Ләкин ниндәйҙер эске һиҙемләүе Илдарҙы ошо аҙымды яһауҙан ҡурсалай һымаҡ. Ауырыуҙың дөйөм клиник картинаһы ла баланы һаҡлап алып ҡалыу сараһы бар икәненә ишаралай. Меңдән берәү генәлер ул, бәлки, ләкин бар бит ундай мөмкинлек. Бысаҡҡа тотонор алдынан, табип тәү сиратта Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап, үҙенең булдыҡлылығына һәм айыҡ аҡылына таянып, пациентҡа файҙа килтереүсе берҙән-бер дөрөҫ юлды һайларға тейеш түгелме ни? Ә әлеге мәлдә бары тик уға, табип-гинеколог Сыртла­новҡа, институтта алған белеменә, Яңауылда туплаған тәжрибәһенә һәм медицина фәненең яңы ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп, бәләгә тарыған ауырыуға ярҙам итеү бурысы йөкмәтелгән. Бары тик ул ғына үҙенә мөлдөрәп ҡарап ятҡан сибәр йәш ҡатындың күңелендә инде юғалып барған бала табыу, әсә булыу хыялын яңынан тергеҙә ала.
Тәүге ҡояш нурҙары Мәләүез ҡалаһы дауаханаһының тәҙрәләре аша палатаға инеп, ап-аҡ япма бөркәлгән карауатҡа килеп ҡунғанда, төн уртаһында ауыр хәлдә килтерелгән йәш ҡатын, тәненең һыҙлауҙарынан арынып, иҙрәп йоҡоға киткәйне инде.
Уға ҡәҙәре лә, унан һуң да йөҙләгән, меңләгән гүзәл затҡа әсә булыу, бала бағыу бәхетен бүләк иткән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире, юғары категориялы акушер-гинеколог Илдар Рафиҡ улы Сыртланов. Тәжрибәле табип булараҡ ҡына түгел, оҫта психолог, тәрән аҡыллы кеше булараҡ та ярҙам иткән ул үҙенең ҡулдары аша үткән ҡатын-ҡыҙҙар­ға. Күп ваҡыт йән өшөткөс һыҙланыуҙарҙан, хатта ҡайһы осраҡта үлем тырнағынан йолоп алып ҡалған ана шул сирлеләр яҡын кешеләренә әйләнеп китә Илдарҙың. Табип өсөн уларҙың һәр береһе бик ҡәҙерле һәм оҙаҡ йылдар хәтер һандығында һаҡлана.
Ана бит, ҡасандыр Сыртланов ғүмер бүләк иткән бала хәҙер үҙе әсә булырға әҙерләнә, имеш. Уға ла ярҙам кәрәк, шуға ла Мәләүез табиптары ҡыҙҙы бында, Республика перинаталь үҙәгенә, ебәргән.
Йыш ҡына дуҫтары: “Атайың да, әсәйең дә уҡытыусылар, һин нисек медицина өлкәһен һайларға булдың?” – тип һорай унан.
Илдарҙың атаһы Рафиҡ Шәрәфетдин улы ла, әсәһе Мәҙинә Ғайса ҡыҙы ла – бар ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусылар. Тормошта матур, күңелле мәлдәр күп була. Уның ҡара төҫкә мансылған саҡтары ла булғылай. Үкенескә күрә, атаһы бер нисә йыл элек, юл фажиғәһенә тарып, яҡты донъяны ҡалдырып китте.
Мөғәллимлек менән бер рәттән, журналистика өлкәһендә лә киң танылыу яулаған кеше ине Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртланов. Матбуғат менән мәктәп йылдарында уҡ башланған дуҫлығы ғүмеренең һуңына тиклем дауам итте уның. Райондың иң ҙур, иң билдәле белем усағын етәкләргә лә, ҡәләм тибрәтергә лә нисек өлгөргәндер инде, Хоҙай белһен. ҡәләме үткер булды “Совет Башҡортос­таны”ның штаттан тыш хәбәрсеһе Рафиҡ Сырт­лановтың. Уның үҙ заманының актуаль те­маларына арнап яҙған мәҡәләләрен гәзит уҡыусылары көтөп алыр, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыр ине. Ул яҙған мәҡәләләр буйынса колхоз, район йыйылыштары ла була торғайны һәм унда Сыртланов ҡәләменә эләккән ҡайһы бер кире бәндәләрҙе ҡыҙған табала ла бейеттеләр.
Рафиҡ Шәрәфетдин улының хеҙмәтенә үҙ ваҡытында тейешенсә баһа бирҙеләр. “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды ул. Унан һуң, иң ҙур баһаны һәр ваҡыт бер осорҙа йәшәгән иптәштәрең, дуҫтарың, хеҙмәттәштәрең бирә бит. Ә Рафиҡ Сыртлановты әле булһа ла яҡташтары һағынып иҫкә ала. Осрашҡанда уның менән бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәләр, төрлө көләмәстәр һөйләйҙәр. Ысынлап та, үтә ҡыҙыҡ, Рәшит Солтангәрәйсә әйткәндә, характерлы кеше ине шул атаһы.
Бынан ике йыл элек, атаһының һикһән йыллығы айҡанлы, район хакимиәте ярҙамы менән, Яңы Мораптал мәктәбендә Рафиҡ Сыртлановтың хәтер кисәһе үтте. Шул кисәлә атаһы тураһында яҙыл­ғандарҙы уҡып, һөйләгәндәрҙе тыңлап, ғорурланып ултырғайны Илдар. Яҡшы кешенән ерҙә яҡшы ҡылыҡтар һәм яҡты иҫтәлектәр ҡала. Ошо үҙе бер оло баһалыр ул әҙәм балаһы өсөн.
Ә әсәһе, Аллаға шөкөр, иҫән. Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында матур ғына итеп, ололарса донъя көтә. Эргәһенә аҙна һайын, бала-сағаларын эйәртеп, йә Ишембай­ҙа йәшәгән ҡыҙы Гәүһәр, йә Кү­мер­тау­ҙағы улы Рәшит ҡайтып тора. Илдар үҙе лә, саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, әсәһе өй урҙаһына ҡыҫтырып ҡуйған кипкән әрем әсеһен һағынып, ул бешергән тәмле бәлештәрҙән ауыҙ итеү өсөн, ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ашыға.
“Ни өсөн табип һөнәрен үҙ иттең?” – йыш бирәләр был һорауҙы Сыртлановҡа. “Атайым мәктәп директоры булғанғамы, беҙҙең йорттан һәр ваҡыт кеше өҙөлмәй торғайны. Уҡытыусылар ҙа, яҙыусылар ҙа, хәбәрселәр ҙә, артистар ҙа, район хужалары ла килер ине. Шулар араһында иң иҫтә ҡалғаны, исеме күптәргә билдәле хирург, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Наил Ғәйнәт улы Ғатауллин булғандыр, моғайын. Табип һөнәренә булған ҡыҙыҡһыныуҙы миндә ул уятты”, – тип яуап бирә ундай ваҡыттарҙа Илдар Рафиҡ улы.
Наил Ғәйнәт улынан тыш, Сыртлановтың профессиональ үҫешенә үтә ҙур йоғонто яһағандар тағы ла бар әле. Илдар Рафиҡ улы улар араһынан айырыуса профессорҙар Василий Агеевич Кулавский һәм Өлфәт Рәхимйән улы Хаматйәновтың исемдәрен оло ихтирам менән телгә ала. Фән юлына ла тап ошо өлкән коллегаларының фатихаһы менән инеп китте Илдар. 2007 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы. Бөгөн ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеге һәм бала табыуға һәләтлеге йүнәлешендә тынғыһыҙ эҙләнеүҙәр алып бара. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, семинарҙарҙа йыш ҡатнаша, үҙен борсоған һорауҙар менән коллегалары алдында сығыш яһай, монографиялар өҫтөндә эшләргә лә ваҡыт таба. Яҙғандары абруйлы фәнни журналдарҙа донъя күреп тора.
Айырыуса һуңғы йылдарҙа буйға уҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҫмерҙәрҙең күбәйеүе ныҡ хафаға һала Сыртлановты.
Бөгөн Рәсәйҙә йәшәгән ун алты йәшкә тиклемге ҡыҙҙарҙың 35 проценты енси яҡынлыҡ ҡылып өлгөрә икән, хафаланмаҫлыҡ та түгел шул, ай-һай. Ун алты йәштән ун туғыҙға ҡәҙәре был күрһәткес ҡырҡ проценттан етмешкә етә. Аңды-тоңдо белмәгәнлектән, ауырға ҡалған үҫмер абортҡа барырға мәжбүр була. Буйға уҙған йөҙ үҫмерҙең 69,1 проценты ауырынан ҡотолоу өсөн шул юлды һайлай. Быуындары ла ҡатып етмәгәнлектән, 14,5 процент ҡыҙҙың ауыры үҙе төшә. Бары тик 16,4 процентына ғына әсә булыу бәхете йылмая.
Белгестәр йәштәрҙең ауырынан яһалма ҡотолорға теләүенең сәбәбен төрлөсә аңлата. Иң иғтибар­ға лайыҡтары, әлбиттә, ата-әсә менән үҫмер ҡыҙ араһындағы үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, уртаҡ тел таба алмау, насар мөнәсәбәт, ғаиләләге матди етешһеҙлек, ғаилә, йәмғиәт һәм мәктәп тәрбиәһенең тейешле кимәлдә ойошторолмауы, бәлиғ булмағандар араһында наркотик матдәләр һәм спиртлы эсемлектәрҙе күпләп ҡулланыу. Ошо сәбәптәрҙең барыһы ла мәктәп йәшендәге балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең сәләмәтлегенә лә, һис шикһеҙ, кире йоғонто яһамай ҡалмай. Егерме йыл элек шартлы рәүештә сәләмәт балалар­ҙың һаны 28,3 процент тәшкил итһә, хәҙер был һан ни бары 6,3 процент ҡына. Шуныһы аяныслы, сирле балаларҙың күпселек өлөшөн ҡыҙҙар тәшкил итә. Шуға күрә лә буйға уҙған, рухы ла, тән-кәүҙәһе лә нығынып етмәгән 14 – 19 йәшлек ҡыҙҙар­ҙың 84 поцентҡа яҡынын, 20 – 26 йәшлек ҡатындар менән сағыштыр­ғанда, бала тапҡан ваҡытта төрлө ҡатмарлыҡтар, өҙлөгөү һағалап тора.
Ә, алдарына килеп терәлгән барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла йырып сығып, бала табырға батырсылыҡ иткән йәштәр алдында тағы әллә күпме кәртә ҡалҡып сыға. Әгәр бала тапҡан йәштәргә ташламалы хаҡҡа фатир­ҙар бирелһә, балаларын урынлаштырырға баҡсаларҙа урындар бүленһә, эшләгән урындарында уңайлы шарттар тыуҙырылһа, хеҙмәт хаҡтары ла әҙәмсә булһа, илдәге демографик хәл шул ҡәҙәре лә ҡурҡыныс төҫ алыр инеме икән? Ошолар хаҡында уйлағанда Илдарҙың күңеленең ҡайһылыр бер өлөшөндә әсе төйөр хасил була. Ана шул төйөр һуңынан оҙаҡ ҡына ваҡыт, бауырын сейләндереп, өйкәпме-өйкәй.
Хәҙерге фильмдар ҙа, телевизор тапшырыуҙары ла, киң мәғлүмәт саралары ла үҫеп килеүсе быуынды әсәй, атай булырға өйрәтмәй бит. Йә топ-модель, йә сереп байыған олигархтың һөйәркәһе, йә кәйеф-сафаға ҡоролған күңел асыу программаһы “йондоҙо”, йә кеше талаусы милиционер, йә тәне менән сауҙа ҡылып, мал табыусы фәхишә, йә көс-ғәйрәтен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, бәндәләрҙең йәнен ҡыйған юлбаҫар итеп тәрбиәләй. Бөгөн йәштәр араһында шундайҙар модала, шуларға өҫтөнлөк бирелә. Бәләкәйҙән шундай әшәкелектәрҙе күреп, ҡанына һеңдереп үҫкән йәштәрҙән ниндәй атай сыҡһын да, ниндәй әсәй булһын?!
Әлбиттә, йәштәрҙең барыһы ла бер ҡалыптан һуғылған, тип әйтергә йыйынмай Илдар Рафиҡ улы. Уларҙың да араһында типһә – тимер өҙөрҙәй егеттәр, һоҡланып ҡарап туйғыһыҙ ҡыҙҙар етерлек. Шундай, тормошта әүҙем, һәр яҡлап зирәк, уңған, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, шәхес булып формалашып өлгөргән егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы күрһә, түбәһе күккә тейә яҙа Сыртлановтың, улар өсөн ғорурлыҡ хисе кисерә. Үҙе лә ҡабат йәшлегенә ҡайтҡандай тойола.
ҡатын-ҡыҙҙың Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән төп бурысы – бала табыу, нәҫел ебен өҙмәйенсә дауам итеү, ғаилә усағын һаҡлау. Былары – беҙ көн дә ҡабатлаған, өйрәнеп тә киткән сифаттар. Һайлаған һөнәре буйынса көн дә тиҫтәләгән гүзәл зат менән йөҙгә йөҙ осрашҡан Илдар Рафиҡ улы өсөн ҡатын-ҡыҙ – ул асылмаған сер. Ул серҙең бейеклеген дә, бөйөклөгөн дә, башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Ғайса ағай Хөсәйенов әйтмешләй, нисәмә йыл буйы, табиптар ғына түгел, бөйөк шағирҙар ҙа тасуири асып, асыҡлап еткәне юҡ әлегәсә. Етһәләр, ҡыҙығы ла, һәр кем өсөн үҙ сере лә ҡалмаҫ ине.
ҡатыны Зилә менән тормош көтә башлаған көндән алып байтаҡ һыуҙар аҡҡан. Мәгәр, һаман көн дә иртән, алтын көҙҙөң сихри сентябрендә тәүге тапҡыр күргән һымаҡ, күңелендәге иң нескә тойғоларҙан хәләл ефетенә ғашиҡ булып уяна Илдар. Зиләһе лә, арып, арманһыҙ булып эштән ҡайтып ингән саҡтарында, иренең сал сәстәрен һыйпап: ”Бирешмәйһең әле, Сыртланов, һаман да матурһың”, – тип ҡаршы ала. Ошо үҙе бәхет түгелме ни бәхеттең асылын аңлаған кеше өсөн.
Бәхет, йәшәү мәғәнәһе хаҡында фекер йөрөткәндә Илдар Сыртланов ғүмер ағышының теге йәки был боролошонда яҙмышына йоғонто яһаған дуҫтары тураһында ла уйламай булдыра алмай. Өфөгә күсеп килеп, баш ҡала хакимиәтендә эшләй башлағас, бергилке дуҫтары ныҡ күбәйеп киткәйне Илдарҙың. Хәҙер уйлап ҡуя: кешенең биләгән вазифаһына йәки кеҫәһенең ҡалынлығына ҡарап ҡына ҡоролған дуҫлыҡтың тамыры ныҡ булмай икән дә. Дуҫлыҡ бит ул көн дә осрашып бер-береңә маҡтау һүҙҙәре яуҙырып ҡына йөрөү түгел. Ул йылдар аша һынала. Үкенескә күрә, һуңғы ваҡытта дуҫтарҙың сафтары күҙгә күренеп һирәгәйә. Һине бер һүҙҙән дә аңлай алғандары, уның һәр бер әйткәне һинең өсөн ҡиммәт булғандары, тормоштоң иң ҡатмарлы һынауын үткәндә лә уға бер һүҙһеҙ ышанып була торғандары аҙайғандан-аҙая бара. Кемдәрҙер, дуҫлыҡҡа бары тик тапҡан малыңа ҡарап ҡына баһа ҡуйыусылар, ғүмер арбаһынан төшөп ҡалды. Ундайҙар һиңә ауыр саҡтарҙа ауыҙыңа бер тамсы һыу ҙа һалмаҫ. Икенселәре башкөллө дингә китте. Өсөнсөләре, төрлө сәбәп табып, ашығыбыраҡ баҡый донъяға юл тотто. Уларҙың тегеләренә лә, быларына ла үпкәһе юҡ Сыртлановтың. Тормошта һәр кемдең үҙ тәғәйенләнеше.

* * *

Отпускынан һуң тәүге эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, Илдар Рафиҡ улын төнгөлөккә дежурға ҡуйғайнылар. Таң алдынан үҙәктең бала табыу бүлегенән шылтыраттылар.
– Илдар Рафиҡович, һөйөнсө! – Телефон трубкаһының икенсе осонда шатлыҡлы тауыш ишетелде. – Һеҙ олатай булдығыҙ, Алина ҡыҙығыҙ малай тапты!
ҡаны ойошоп барған тәне яҙылып, күңеле май кеүек иреп китте Сыртлановтың. Ул ординатор бүлмәһенең тәҙрәһе аша урамға күҙ ташланы. Тышта, эңерҙән һибәләй башлаған көҙгө ямғыр урынына, күбәләкләп кенә тәүге аҡ ҡар яуа ине.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.


Өфө ҡалаһы.

Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…