RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡарбуз тәме – тел осонда!

31.07.2018 Ҡарбуз тәме – тел осонда!

Ҡарбуз тәме – тел осонда!
Ниһайәт, ҡарбуз да беште! Һәр хәлдә, тиҙҙән Ырымбурҙа ла ҡарбуз өлгөрәсәк, тип, халыҡ Ҡаҙағстандан килтерелгән тәмле дәү еләкте дәррәү алып ашай. Бер ҡараһаң, унда йүнле бер ни ҙә юҡ һымаҡ. Мәҫәлән, витаминдар бер бәс кенә. Минералдар ҙа саҡ-соҡ ҡына. Аҡһымдар тиһәң дә, “әү” тиер – 100 грамм ҡарбузда 0,7 грамм аҡһым буламы-юҡмы! Майҙың иһә бөтөнләй эҙе лә юҡ. Нимәһе ҡала һуң? Шәкәр. Ҡарбузда моносахаридтар һәм дисахаридтар хаттин ашҡан. Бынан тыш, һыуы күп (100 грамм ҡарбузда 89,5 грамм һыу)! Һәм ошо шыр һыуҙан торған шәкәрле еләктең нимәнелер дауалай алыуы шикләндерә әле ул. Ләкин, ҡарбуз дауа көсөнә эйә, тип раҫлаған табиптар бер аҙым да артҡа сигенергә уйламай, үҙ позицияһында ныҡ тора. Улар бармаҡтарын бөгә-бөгә дауалау сифаттарын һанай башлаһа, ҡарбуздың файҙаһына ышанмаҫ ереңдән ышанырһың – ысынлап та, байтаҡ проблеманан ҡотҡара икән буйлы еләк.


Бөйөр. Шыйыҡса эсеүҙе кәметеү талап ителмәгән бөтөн сирҙән дә уролог мотлаҡ күберәк ҡарбуз ашарға кәңәш итәсәк. Бөйөрҙө “йыуыр” өсөн. Уны ҡарбуздан да яҡшыраҡ башҡа бер ни ҙә таҙартмаясаҡ.
Бәүел ҡыуығы. Цистит менән яфаланғанда ҡарбуз – иң шәп дарыу. Бәүел ҡыуығынан даими рәүештә сир тыуҙырыусы бактерияларҙы йыуып сығарып торһаң, уларға ҡул күтәреп сигенеүҙән башҡа юл да ҡалмай. Бәүел ҡыуығын гел дә таҙалыҡта тоторға теләйһегеҙме? Ҡарбуз ашағыҙ. Зарарлы микрофлора, әйҙә, йыуылһын.
Шешенеү. Шешенгәндә ҡарбуз – иң яҡшы, иң кәрәкле ярҙамсы. Ҡарбуз һыуы үҙе лә организмда оҙаҡҡа тотҡарланмай, башҡа артыҡ шыйыҡсаны ла үҙе менән бергә ҡыуып алып сыға.
Иғтибар! Шешенгәндә табиптар, ғәҙәттә, ҡарбузды ас ҡарынға ашарға тәҡдим итә. Ә һеҙ ашағандан һуң да ҡулланып ҡарағыҙ. Ас ҡарынға ҡарбуз ашағанда һыу күберәк сығырмы әллә киреһенсә булырмы – үҙегеҙҙә һынап ҡарағыҙ. Һәм ҡулай вариантты һайлағыҙ.
Һимереү. Әгәр табиптар тарафынан сикләүҙәр булмаһа, ҡарбузлы ябығыу көндәре яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Аҙнаһына бер тапҡыр көнөнә 1,0 –1,5 кг ҡарбуз ғына ашағанда, бер килограмм ауырлыҡ менән һис бер ҡыйынлыҡһыҙ хушлашырға мөмкин. Бынан тыш, бер нисә көн буйы төшкө йәки киске ашты ҡарбузға алмаштырғанда ла, һомғолланып киткәнегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
Подагра. Быуынға тоҙ ултырыу ауырыуы менән сирләгәндә ит ашарға ярамай. Ләкин барыбер ашағы киләме? Ул ваҡытта бәләкәй генә ит киҫәген алып ҡабығыҙ ҙа артынса ашҡаҙанға ҡарбуз оҙатығыҙ. Был еләк организмды иттән алынған пуриндарҙан һәм экстрактив матдәләрҙән таҙартасаҡ.
Уролитиаз. Бөйөрҙә һәм бәүел юлдарында таштар организмда әселек юғары булғанда барлыҡҡа килә. Шулай уҡ таштарҙың барлыҡҡа килеүенә бәүел бүлеп сығарыу юлдарының инфекциялары ла булышлыҡ итә. Был осраҡта ҡарбуз ашағыҙ. Ул әсе рН-ты ла һелтеле яҡҡа этәрер, микробтарҙы ла йыуып ҡыуыр.
Үт сығыу юлдарының сирҙәре. Шешеү, елһенеү процестары мәлендә үттең сығыуы ауырлаша. Ә ҡарбуз уның сығыуын, киреһенсә, көйләп ебәрә.
Аҙ ҡанлылыҡ. Беҙ теге йәки был дарыуҙың (аҙыҡтың, үләндең) дауалау сифаттарын ундағы файҙалы матдәләрҙең һаны, күләме менән баһаларға өйрәнгәнбеҙ. Ләкин, һандан тыш, матдәләр­ҙең нисбәте лә мөһим роль уйнай! Ҡарбузда, мәҫәлән, ҡанды барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан магний, тимер һәм фолий кислотаһы әллә ни күп булмаһа ла, уларҙың үҙ-ара нисбәте идеаль хәлдә! Һәм шуға ла ҡарбуз аҙ ҡанлылыҡты дауаларға ярҙам итә лә инде.
Инфекцион сирҙәр. Әйткәндәй! Әгәр ҙә һеҙгә табиптар антибиотиктар тәғәйенләһә, уларҙы ҡарбуз (йәки ҡауын) менән бергә ҡулланығыҙ. Үрҙә телгә алынған микроэлементтарҙың уңышлы нисбәте антибиотиктарҙың тәьҫирен дә арттырасаҡ, бер үк ваҡытта уларҙың организмға зарарлы йоғонтоһон да кәметәсәк.
Атеросклероз. Мәғлүм булыуынса, фолий кислотаһы антисклеротик көскә эйә. Ул шпинатта, борсаҡта, сәскәле кәбеҫтәлә бар. Әммә! Уларҙы бит ашар алдынан бешерергә кәрәк, ә ул сағында фолий кислотаһы юҡҡа сыға. Ҡарбузды иһә бешермәйбеҙ ҙә, ҡыҙҙырмайбыҙ ҙа – шул килеш йыпырабыҙ һәм, тимәк, ундағы фолий кислотаһын күпме бар, шунса үҙләштерәбеҙ.
Гельминтоз. Ҡабаҡ орлоғоноң организмды бабаһырҙан ифрат яҡшы таҙартыуы тураһында бөтәһе лә тиерлек белә. Ләкин ҡарбуз орлоғо ла шул уҡ көскә эйә. Ә был турала халыҡ әллә ни хәбәрҙар түгел.
Эсәк ауырыуҙары. Әгәр эсәктәрҙә файҙалы микрофлора булып, ул көнө-төнө беҙҙең һаулыҡ һағында торһа, борсолмай ҙа йәшәргә мөмкин. Әммә уға ла ваҡыты-ваҡыты менән ярҙам талап ителә. Был осраҡта әлеге лә баяғы ҡарбузды күҙ уңында тотабыҙ – ул эсәк микроорганизмдарының эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Бер һүҙ менән әйткәндә, тик файҙаһын ғына күреп, рәхәтләнеп ашарға яҙһын был еләкте!

Һаҡ булығыҙ!

Тәбиғәт ҡарбузды иҫ киткес тәмле һәм файҙалы итеп барлыҡҡа килтерһә лә, кеше уны зыянлы ла итә ала, үкенескә күрә. Мәҫәлән, тиҙерәк һәм ҙурыраҡ булып үҫһен өсөн, нитраттар менән тултыралар. Ә нитраттарҙың шунда уҡ кешене ағыулауы ихтимал, организмда йыйылып килеп, һуңынан да аҫтыртын бәреүе бар. Хәлһеҙлек, иммунитеттың ҡаҡшауы, көйһөҙлөк, йоҡоһоҙлоҡ шуларҙың касафаты булыуы мөмкин. Балалар, ауырлы ҡатындар, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән интегеүселәр нитратлы ҡарбузды ашағандан һуң бер нисә сәғәт үткәс, ҡоҫоп, күңеле болғанып, башы ауыртып, һыҙланып яфаланасаҡ. Ә бит сауҙа нөктәһендә “ағыулы” ҡарбузды нитратһыҙынан бер нисек тә айырып булмай, быны тик лабораторияла анализдар яһап ҡына асыҡларға мөмкин.
Хәйер, микробтар ҙа үрҙәге билдәләргә килтерә. Ҡарбузды үҫтереү, ташыу, һаҡлау шарттарында микроорганизмдар еләктең тышында шашып үрсей. Улар еләктең эсенә үтеп инмәгән хәлдә лә, тәүҙә анһат ҡына өҫтәлегеҙгә, һуңынан ашҡаҙанығыҙға эләгә ала. Үҙеңде һәм яҡындарыңды зарарлы микробтарҙан аралар өсөн ябай гигиена талаптарын үтәү ҙә етә.
❤ Бер ваҡытта ла ҡырҡылған, тишелгән, зарарланған емеште һатып алмағыҙ. Бәләкәй генә сатнаған ере булһа ла, был еләктән баш тартығыҙ.
❤ Магазинда пленкаға урап һатылған ҡарбуз киҫәктәре лә – хәүеф сығанағы. ❤ алып ҡайтҡас та ағын һыу аҫтында яҡшылап йыуығыҙ.

Әйткәндәй


Ҡарбуздан төрлө битлек яһарға мөмкин. Иң ябайы ошолай эшләнә: йомшағын иҙеп, уны 10 – 15 минутҡа биткә һылайһың да, аҙаҡ йыуып төшөрәһең. Тәүҙә зәйтүн майы йәки бал һөрткәндә, битлектең файҙаһы икеләтә артасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…