RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күҙ таҙалыҡ ярата

29.05.2017 Күҙ таҙалыҡ ярата

Күҙ таҙалыҡ ярата
Тире төрлө инфекцияның организмға үтеп инеүен тотҡарлаусы үҙенә күрә бер кәртә булып тора. Ә күҙ ҡабағындағы тире айырыуса йоҡа һәм нескә. Шунлыҡтан ул тиҙ генә бирешеп барыусан. Күҙгә сыҡҡан арпа (керпек ҡыуыҡсаһы һәм күҙ ҡабағындағы май биҙҙәренең эренләп шешеүе) хаҡында белмәгән кеше һирәктер. Йыш ҡына ул бысраҡ ҡулъяулыҡ, таҫтамал менән ҡулланғандан һуң йәки биҙҙәр­ҙең үле тире ҡатламдары менән ҡапланыуынан барлыҡҡа килә. Шулай уҡ уның үҫеүенә хроник сир һөҙөмтәһендә организмдың һаҡланыу көсө ҡаҡшауы, ныҡ итеп һалҡын тейҙереү, матдәләр алмашыныу процесы боҙолоуы, авитаминоз һәм аҙ ҡанлылыҡ та сәбәпсе булыуы ихтимал. Тәүҙә күҙ ҡабағының сите ҡыҙарып, бәләкәй генә шеш барлыҡҡа килә, ә 3 – 4 көндән һуң уның башы ағарып, эренләп сыға. Арпа айырыу­са ҡатын-ҡыҙҙар­ҙы “ярата” һәм көҙөн-ҡышын әүҙемләшә.

Ваҡытында дауалау сараһын күргәндә, ул әллә ни проблема тыуҙырмаясаҡ. Ҡыҙарып, ше­ше килеп сыҡҡас та ипләп кенә шул урынды спирт йәиһә “зеленка” менән яндырырға мөмкин. Тик күҙгә тейҙерергә ярамай. Шулай уҡ бак­териялар­ға ҡаршы күҙ тамсыларын да ҡулланырға була. Мәлендә дауалағанда арпа нисек тиҙ килеп сыҡһа, шулай юҡҡа ла сығасаҡ.
Әгәр ҙә уның тәүге билдәләренә артыҡ иғтибар бирмәй йөрөгәндә, 3 – 4 көндән һуң ул эренләйәсәк. Күп осраҡта был эрен үҙе үк асылып, ауыртыу үтә. Ә инде эш оҙаҡҡа китһә, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Нисек кенә мәшәҡәт тыуҙырмаһын, арпаны үҙ аллы һытып, эренде сығарыр­ға мата­шыр­ға ярамай. Инфекция башҡа биҙҙәргә күсеп, ҡанға таралыу һәм тағы ҡурҡынысыраҡ һөҙөмтәләргә килтереү ихтималлығы бар. Шулай уҡ уны йылытыу ҙа тыйыла, сөнки ялҡынһыныуҙың тағы ла көсәйеп китеүе мөмкин.
Ауырыу көсәйгән ваҡытта ул ныҡ итеп шешә һәм күҙ ҡабағы менән күҙҙә көслө ауыртыу барлыҡҡа килә, йыш ҡына лимфа төйөндәренең ҙурайыуы, температура күтәрелеүе күҙәтелә. Был осраҡта инде антибиотиктар һәм сульфаниламид препараттар ярҙамында микроб­тар­ға ҡаршы көслө терапия үткәрергә тура килә. Арпа үҙе асылмайынса, ныҡ ҙурайып киткән бик һирәк осрай торған хәлдә генә лайлалы ҡатлам аша операция эшләнә. Операциянан һуң был урын­ға ҡабат арпа сыҡмаясаҡ.

Бынан тыш, халыҡ медицинаһында айыҡ аҡыл менән аңлатып булмаған ысулдар ҙа бар. Мәҫәлән, тәҙрә ныҡ итеп тирләгән ваҡытта шуны таҙа бармаҡ менән һыпырып алып, арпаға һөртәләр. Йәки арпа сыҡҡан күҙҙең икенсе яғындағы ҡушҡар һөйәгенә ҡыҙыл еп бәйләй­ҙәр. Нисек кенә сәйер булмаһын, әммә арпа сыға башлаған көндә үк ошо алымдарҙы ҡулланыу ярҙам итә.
Арпа йыш ҡына ашҡаҙан-эсәк тракты хроник сирҙәренән, диабеттан һәм башҡа төрлө инфекцион ауырыуҙан һуң барлыҡҡа килә. Был иммунитеттың ҡаҡшауын күрһәтә. Витаминдар эсеү, иммуностимуляторҙар ҡулланыу уны нығыта.
Был сирҙе иҫкәртеү өсөн, витаминдарҙан тыш, һалҡын алдырыу­ҙан һаҡланырға ла кәрәк. Шулай уҡ сифатлы косметика ла мөһим роль уйнай. Иң мөһиме, ябай гигиена ҡағиҙәләрен тоторға: бысраҡ ҡул менән күҙгә ҡағылмаҫҡа, таҙа ҡулъяулыҡ һәм таҫтамалды ғына ҡулланырға.
Ҡайһы бер осраҡта күҙ ҡабағы тиреһе аҫтында ҙур булмаған тығыҙ төйөн барлыҡҡа килә. Уны медицинала халязион тип йөрөтәләр. Ул да елһенеү арҡаһында килеп сыға, әммә арпа кеүек киҫкен түгел, ә әкрен генә үтеүсе хроник сир, эрене лә булмай. Ғәҙәттә, ул ауыртмай, әммә күҙ ҡабағының шешеңкерәп тороуы, ҡысытыуы һәм сәсеп-сәнсеп алыуы ихтимал.
Халязионды тик табип ҡына дауаларға тейеш. Юғиһә шырпы башындай ғына төйөндөң борсаҡтай ҙурайыуы ихтимал. Халязион үҙенән-үҙе юҡҡа сығып, бер аҙҙан яңынан барлыҡҡа килеүе һәм ҙурайыуы менән ҡурҡыныс. Йыш ҡына уны киста һәм яман шеш менән бутайҙар.
Нисек кенә булмаһын, күҙ ҡабағында нимәлер барлыҡҡа килеп, көндән-көн ҙурая барһа, йә булмаһа, ҡанһырап торһа, мотлаҡ табипҡа күренергә онотмағыҙ.


Халыҡ медицинаһында ла бик яҡшы дауалау ысулдары бар
- Алоэ япрағын яҡшы итеп йыуып, һутын һығып алырға һәм 1: 10 нисбәтендә ҡайнаған һыу ҡойоп болғатыр ға. Һуңынан шуға мамыҡты йәиһә марляны манып, күҙгә ябырға мөмкин.

- 10 – 15 кипкән тырнаҡ гөлө сәскәһен алып, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 30 – 40 минут сепрәккә урап төнәтергә. Һуңынан унан күҙгә япма әҙерләргә.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…