RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Һаҡ булығыҙ! Талпан

12.05.2016 Һаҡ булығыҙ! Талпан

Һаҡ булығыҙ! ТалпанЯҙ етеп, тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә башлау менән кешеләр тәбиғәткә ынтыла. Әммә был осорҙа бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки тап шул мәлдә талпандар ҡотора. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла ҡурҡыныс түгел. Ә инде ағыу­лыһы ҡаҙалһа, аҙағы насар тамамланыуы ла бар. Ҡанэскес кешене энцефалит вирусы, талпан боррелиозы, эрлихиоз, листериоз һәм башҡа инфекцион вирустар менән зарарлауы ихтимал. Был вирустар бөжәктәрҙең 2 – 3 процентында йәшәй.

Талпан энцефалиты – үҙәк нервы системаһын зарарлаусы ауыр сир. Уның эҙһеҙ генә үтеүе лә ихтимал, әммә ҡайһы бер осраҡта ҡулдарҙың, муйын мускулдарын фалиж һуғып, инвалидлыҡҡа килтереүе, кешенең аҡыл кимәле кәмеүе ихтимал. Талпан энцефалитынан үлеү осраҡтары ла күҙәтелә.
Боррелиоз таяныу-хәрәкәт аппаратына, нервы һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына кире йоғонто яһап, кешене оҙаҡ ваҡытҡа эшлектән сығарыуы, шулай уҡ инвалидлыҡҡа килтереүе бар. Уның иң сағыу билдәләренең береһе – бөжәк ҡаҙалған урында уртаһында аҡ нөктәһе булған ҡыҙыл тап барлыҡҡа килә. Әммә һуңғы ваҡытта ауырыуҙың был билдәһе булмаған осраҡта ла зарарланыу күҙәтелә.
Энцефалиттың да, боррелиоздың да тәүге билдәләре оҡшаш. Вирус кеше тәнендә 6 – 7 тәүлек йәшәй ала. Шунан кинәт температура күтәрелә, баш, муйын ауырта, уҡшыта, ҡоҫтора башлай, хатта көҙән йыйыра. Әгәр ҙә талпан ҡаҙалғандан һуң ошондай билдәләр барлыҡҡа килә икән, тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни тиклем иртәрәк дөрөҫ диагноз ҡуйылып, дауалау тәғәйенләнә, тулыһынса һауығыу мөмкинлеге лә шул тиклем арта.

Шуға күрә талпандан һаҡланыу сараһын күрергә онотмағыҙ.
Тәбиғәткә сыҡҡанда тәнде тотош ҡаплап торған кейем кейергә ҡушыла. Башта мотлаҡ баш кейеме булыр­ға тейеш. Шулай уҡ күптәр, талпан ағастан ғына һикерә, тип уйлап яңылыша. Улар үләндә лә күп була һәм аяҡтан өҫкә үрмәләй. Шуға күрә резина итек кейергә, салбар балаҡтарын ойоҡбашҡа ҡыҫты­рыр­ға кәрәк. Һәр сәғәт һайын тәнде тикшереп торорға, йә булмаһа, урмандан ҡайтҡас, өҫ-башты яҡшылап ҡарап сығырға кәңәш ителә. Талпандың ҙурлығы 2 – 3 мм булып, ә инде ҡан эсеп туйһа, ул 10 – 15 миллиметрға етә. Ул тиҙ генә ҡаҙалмай, тәүҙә кейемгә йәбешә һәм, ҡаҙалыу өсөн уңайлы урын эҙләп, өҫкә үрмәләй. Шуға күрә, өйгә ҡайтҡас, өҫ-башығыҙҙы ҡаҡҡылап алығыҙ. Тәбиғәткә сыҡ­ҡанда талпандан һаҡлаусы кремдар, спрей­ҙарҙы ҡулланыу файҙалы.
Ә инде ҡаҙалһа, уны шунда уҡ сығарыу сараһын күрегеҙ. Әлбиттә, бик һаҡ эш итегеҙ – ул өҙөлөп ҡалырға тейеш түгел. Башта май, вазелин, бензин йәки кәрәсин һөртөгөҙ – бөжәк тонсоға башлай һәм үҙенән-үҙе килеп сыға. Уны алғас, урынына йод, одеколон, спирт һөртөргә онотмағыҙ. Ҡулығыҙ­ҙы ла яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ. Тартып алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябып, махсус лабораторияға алып барып тикшертегеҙ.
Зарарланған осраҡта кешегә йәшәү урыны буйынса травмпунктта иммуно­глобулин менән ашығыс профилактика үткәрелә. Уны үткәреү ваҡыты – өс көн. Әгәр ҙә бөжәкте тикшертеп булмаһа, ауырыуҙы күҙәтеү өсөн талпанға ҡаршы иммуноглобулинды дарыуханаларҙа ла һатып алырға була.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…