«Йәшлек» гәзите » Спорт » Яугир рухын хөрмәтләп



30.05.2014 Яугир рухын хөрмәтләп

Яугир рухын хөрмәтләп	Стәрлебашта яугир-интернационалист Наил Рәжәповтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтте.
Был сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы, спортсы­лар­ҙың үҙ-ара дуҫлығын, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Турнир Бөтә Рәсәй билбаулы көрәш федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы муниципаль районы хакимиәте менән берлектә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән ойошторолдо.
Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ауырғазы, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Федоровка райондары көрәшселәре төрлө ауырлыҡ категорияларында көс һынашты.
Ҡыҙыу үткән турнирҙа дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынға Стәрлебаш көрәшселәре лайыҡ булды. Икенселә – Мәләүез командаһы, өсөнсө урынды иһә Стәрлетамаҡ спортсылары алды.
Көрәшселәр араһында үҙ ауырлыҡтары буйынса беренсе урынды Мәләүез районы егеттәре Руслан Фәйзуллин (35 килограмға тиклем), Вилдан Мораҙымов (40 килограмға тиклем), Фәнүр Кәшәфетдинов (45 килограмға тиклем), Стәрлебаштан Райман Моратов (50 килограмға тиклем), Денис Сементеев (55 килограмға тиклем), Альфред Ҡолһарин (60 килограмға тиклем), Айнур Кинйәбаев (65 килограмға тиклем), Мәләүездән Илшат Рәмиев (70 килограмға тиклем), Шамил Йәмилов (70 килограмдан ашыу, Стәрлебаш) яуланы. Өлкәндәр араһында Салауат Асҡаров (60 килограмға тиклем, Стәрлебаш), Рөстәм Кәшәфет­динов (70 килограмға тиклем, Мәләүез), Әлмир Шәйҙуллин (70 килограмдан ашыу, Стәрлетамаҡ районы) чемпион булды.
Еңеүселәргә ойоштороусылар дипломдар, миҙалдар һәм приздар тапшырҙы. Яугир-интернационалист Наил Рәжәповтың туғандары иһә иң әүҙем спортсылар – Фәнүр Кәшәфетдинов (Мәләүез районынан), Флүр Дәүләтшин (Стәрлета­маҡ ҡалаһынан), Райман Моратов (Стәрлебаш), Рушан Ильясовтарға (Ауырғазы) үҙҙәренең махсус призын бирҙе.

А. ИШНАЗАРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға