«Йәшлек» гәзите » Спорт » Яҙыуҙа ғына түгел, спортта ла алдынғылар



04.04.2014 Яҙыуҙа ғына түгел, спортта ла алдынғылар

Яңыраҡ Башҡортостан Журналистар союзы республикабыҙҙың киң мәғлүмәт һәм телерадио журналистары араһында Сочиҙа уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарына арнап һәм сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында волейбол буйынса турнир уҙғарҙы.
Шулай уҡ БР Мәғариф министрлығының уҡыусыларҙы физик яҡтан тәрбиәләү һәм Олимпия резервы әҙерләү буйынса идаралығы ошо сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте. Спорт байрамында гәзит, журнал, телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән айырым командалар көс һынашты. Мауыҡтырғыс та, көсөргәнешле лә ярышта беренсе урынды һәм күсмә кубокты гәзит журналистары яуланы. Икенсе урынға йыл да алдынғылыҡты бирмәгән телевидениеныҡылар сыҡһа, өсөнсөлә – журналдарҙың йыйылма командаһы.
Ярыштан һуң волейболсы-журналистар бер табынға йыйылып, самауыр артында йылы фекерҙәре менән алышып, йыл да үтәсәк традицион турнирҙа осрашырға һүҙ ҡуйышты.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға