«Йәшлек» гәзите » Спорт » Беҙҙекеләр булдырҙы!



21.03.2014 Беҙҙекеләр булдырҙы!

Беҙҙекеләр булдырҙы!Ошо көндәрҙә Башҡортостанға Сочиҙағы Паралимпия еңеүселәре һәм призерҙары әйләнеп ҡайтты. Аэропортта уларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, туғандары, дуҫтары һәм журналистар ҡаршы алды.
Республиканың намыҫын яҡлаған Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин һәм Александр Давидович дүртәүһенә ете миҙал яуланы. Сочи чемпиондары булып ветераныбыҙ Кирилл Михайлов һәм 18 йәшлек үҫмер егетебеҙ Азат Ҡарасурин танылды. Кирилл – Паралимпия уйындарының биш тапҡыр еңеүсеһе. Шулай уҡ икеһе лә берәр «бронза»ға ла лайыҡ булды. Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр еңеүсеһе Ирек Зарипов был юлы бер көмөш миҙал менән бүләкләнде. Александр Давидович та ике «бронза»һы менән дөйөм уңышҡа тос өлөш индерҙе.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға