«Йәшлек» гәзите » Спорт » Сит илдекеләр ҙә тимер түгел шул…



21.03.2014 Сит илдекеләр ҙә тимер түгел шул…

Рәсәйҙең төп командалары ла Премьер-лига беренселеген дауам итеп, ике турын үткәрҙе лә инде.
Әлегә унда “Локомотив” 43 мәрәйе менән турнир таблицаһының беренсе баҫҡысында урынлашты. “Зенит“ – икенсе (41 мәрәй). Уларҙан бер мәрәйгә ҡалышҡан “Спартак” уйынсылары башта “Терек”ка 0:1 иҫәбенә еңел­һә, икенсеһендә чемпионат аутсайдеры – “Анжи” клубы менән 2:2 иҫәбенә таралышты. Шул һөҙөмтәнән һуң клуб етәкселеге “Спартак”тың баш тренеры Валерий Карпинды отставкаға ебәрҙе. Шулай уҡ “Зенит” та Италия белгесенән баш тартып, Португалия тренерына мөрәжәғәт иткән. 36 йәшлек Андре Виллаш-Боаш быға тиклем “Порту”, “Челси” һәм “Тоттенхэм” клубтары менән етәкселек иткән. “Зенит”та ул быға тиклем эшләгән Лучано Спаллеттиҙан күберәк аҡса аласаҡ. Миҙгеле – 8,5 млн евроға тиң. Һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшһә, тағы ла өҫтәп премия түләү ҙә ҡаралған. “Баш”һыҙ “Спартак” та Карпин урынына ваҡытында үҙендә баш тренер булып эшләгән Станислав Черчесовҡа туҡталмаҡсы. Әлегә “Амкар“ клубын етәкләгән Черчесов “Спартак”тың тәҡдиме өҫтөндә баш вата.
Тренерҙарға килгәндә, беренселек башланғандан бирле 10 команда үҙенең “баш”ын алмаштырҙы. Быға тиклем “Анжи”, “Крылья Советов”, “Терек”, “Томь”, “Краснодар”, “Кубань”, “Урал”, “Рубин” һәм бына “Зенит” менән “Спартак”ка ла көн етте.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға