«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Барыҫ» Гагарин кубогына табан бер аҙым яһаны



21.03.2014 «Барыҫ» Гагарин кубогына табан бер аҙым яһаны

«Барыҫ» Гагарин кубогына табан  бер аҙым  яһаныйәки Ҡаҙағстан хоккейсылары, ниһайәт, плей-оффтың беренсе баҫҡысын үтеп, киләһендә «Салауат Юлаев» менән көрәшәсәк
Нервыларҙы ҡаҡшата-ҡаҡшата тырыша торғас, «Салауат Юлаев» командаһы етенсе хәл иткес осрашыуҙа Түбәнге Новгородтың «Торпедо» уйынсыларын көскә «һындырып», үҙ Конференция­һының ярымфиналына сыҡты.

Хәҙер Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре плей-оффтың икенсе стадияһында күптән үҙ дәғүәсеһен көтөп ятҡан Ҡаҙағстандың «Барыҫ» хоккейсылары менән алышасаҡ. «Барыҫ» тигәндән, улар «Автомоби­лист» клубын дүрт уйында еңеп, ошо уңышҡа өлгәште. Тағы килеп, Ҡа­ҙағстандың баш ҡалаһы командаһы КХЛ беренселегендә 2008 йылда дебют яһай. Тәүге миҙгелдә үк «Ба­рыҫ» хоккейсылары һигеҙ көслө команда исемлегенә инеп, плей-оффтың 1/8 финалында буласаҡ чемпион – «Аҡ барс» уйынсыларынан еңелә. Ғөмүмән, улар өс миҙгел рәттән плей-оффтың тәүге стадияһында Ҡазан клубына тура килеп, һәр ваҡыт абынды. 2011/2012 йылда «Барыҫ» Магнитогорскиҙың «Металлург»ы менән хәл иткес бәйгелә осраша. Унда ла дөйөм 3:4 иҫәбенә отолоп, йәнә төп бәйгенән төшөп ҡала. Уҙған миҙгелдә плей-оффты ышаныслы башлай. Тәүге ике уйында «Трактор»ҙы ике тапҡыр еңгәс, ҡалғанына хәле етмәй, Көнсығыш конференцияһының буласаҡ еңеүсеһенә 3:4 иҫәбенә еңелеп, плей-оффтың тәүге стадияһын үтә алмай. Һәм бына көтөлгән уңыш. Улар ярымфиналда өфөләргә ҡаршы сығасаҡ.
Даими беренселектә улар үҙ-ара һигеҙ тапҡыр осрашыу үткәреп, икеһенә дүртәр еңеү яулаған. Хәҙер бына плей-оффта кемдең кемлеген асыҡлаясаҡ. Шулай итеп, бөгөн «Салауат Юлаев» хоккейсылары Астанала урындағы «Барыҫ» менән тәүге уйынын үткәрә.
Башҡа ярымфиналсыларҙан «Локо­мотив» маҡтауға лайыҡ. Улар көсөргәнешле уйында һуңғы ике миҙгел рәттән Гагарин кубогын яулаған һәм билдәле баш тренер Олег Знароктың «Динамо»һын 1/8 финалда еңеп, төп уйындан төшөрөп ҡалдырҙы. Хәҙер бына тағы һынау. Уныһы ла кем тиһәгеҙ, КХЛ-дың төп клубы – СКА хоккейсылары. Әлбиттә, Ярос­лавль командаһына икеләтә ауыр буласаҡ. Шулай уҡ Ҡазандың «Аҡ барс»ы ла Новосибирскиҙың «Себер»енән еңелде. «Себер» өсөн дә был ҙур уңыш. Улар плей-оффҡа быға тиклем ике тапҡыр эләгеп, тәүге стадияһын да үтә алманы. Дүртенсе парҙа беҙгә әллә ни билдәле булмаған «Лев» менән «Донбасс» уйынсылары сәкәләшәсәк.

Плей-оффтың 1/8 финал һөҙөмтәләре

Көнсығыш конференцияһы:

«Металлург» (Магнитогорск) – «Адмирал» (Владивосток) –
4:1 (3:1, 5:3, 3:4 (от), 3:2 (от), 4:3 ()от).
«Барыҫ» (Астана) – «Автомобилист» (Екатеринбург) –
4:0 (3:2 (от), 5:4 (от), 2:1, 2:1).
«Аҡ барс» (Ҡазан) – «Себер» (Новосибирск) –
2:4 (1:3, 3:2 (от), 1:7, 6:3, 0:1, 2:3 (от)).
«Салауат Юлаев» (Өфө) – «Торпедо» (Түбәнге Новгород) –
4:3 (1:3, 0:1, 2:1 (от), 4:2, 2:6, 2:1).

Көнбайыш конференцияһы:

«Динамо» (Мәскәү) – «Локомотив» (Ярославль) –
3:4 (3:2, 2:1 (от), 1:2, 2:3 (от), 1:0 (от), 0:6, 1:5).
СКА (Санкт-Петербург) – ЦСКА (Мәскәү) –
4:0 (1:0, 5:1, 2:1 (от), 5:4 (от)).
«Лев» (Прага) – «Медвешчак» (Загреб) –
4:0 (4:3, 5:2, 5:2, 4:3).
«Донбасс» (Донецк) – «Динамо» (Рига) –
4:3 (5:2, 3:1, 3:7, 4:1, 1:2, 1:2, 3:1).


Андрей Василевский яҡшылар исемлегендә

Хоккей буйынса плей-оффтың тәүге раундының дүрт яҡшы уйынсыһы билдәләнде.
«Локомотив»тың ҡапҡасыһы Кертис Сэнфорд, «Себер» клубының һаҡсыһы Александр Кутузов, «Донбасс» командаһының һөжүмсеһе Тему Лайне һәм «Салауат Юлаев»тың ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Василевский плей-оффтың иң һәйбәт яңы хоккейсыһы булып танылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға