«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфө Олимпия һәм Паралимпия чемпиондарын ҡаршы алды



19.03.2014 Өфө Олимпия һәм Паралимпия чемпиондарын ҡаршы алды

Өфө Олимпия һәм Паралимпия чемпиондарын ҡаршы алдыБөгөн төндә Өфөгә Сочиҙа үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындары еңеүселәре Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин, Александр Давидович һәм уларҙың тренерҙары әйләнеп ҡайтты. Аэропортта уларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, спортсыларҙың туғандары, дуҫтары, БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәге вәкилдәре, журналистар ҡаршы алды. Тантана мәлендә Шишмә һәм Мишкә райондарының бейеү ансамблдәре сығыш яһаны. Аҙаҡтан спортсылар менән ҡыҫҡаса конференция үткәрелде. Улар үҙҙәренең уңыштары, яҡындарын, тыуған ерҙе һағыныуҙары тураһында тураһында һөйләне. Киләсәккә пландары тураһында һораған саҡта Паралимпия уйындарының күп тапҡыр призеры Ирек Зарипов үҙенең спорт карьераһын тамамларға теләүе хаҡында белдерҙе. Ул артабан йәмәғәт эше һәм сәйәсәт менән шөғөлләнергә теләй.
Әйткәндәй, бер аҙ ваҡыт үткәс, йыйылыусылар Олимпия чемпионы Руслан Захаровты һәм уның тренеры Андрей Максимовты ла ҡаршы алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға