«Йәшлек» гәзите » Спорт » Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡ



14.03.2014 Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡ

Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡПаралимпия уйындары ла тамамланыуға бара. Рәсәй спортсылары көндән-көн ҙур уңыштарға өлгәшеп, дөйөм миҙалдар һанын 47-гә еткерҙе. Хәҙер уларҙың иҫәбендә – 16 алтын, 18 көмөш һәм 13 бронза миҙал. Был уңышҡа Башҡор­тостан спортсылары ла тос ҡына өлөш индерә. Уларҙың иҫәбендә – ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал. Юғары уңышҡа иң тәүҙә паралимпиясылар араһында иң йәше булған Азат Ҡарасурин өлгәште. Ул үҙ карьераһында тәүгә Паралимпия уйындары чемпионы булды. Һуңынан атаҡлы паралимпиясыбыҙ, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Кирилл Михайлов үҙенең бишенсе «алтын»ын алды. Шулай уҡ Ванкуверҙың дүрт тапҡыр чемпионы Ирек Зарипов та миҙалһыҙ ҡалманы. Ул саңғы ярышының бер төрөндә финишҡа икенсе килеп, сираттағы «көмөш»өн яуланы. Тағы бер ярышта уға подиумға күтәрелер өсөн 0,7 секунд ҡына етмәне. Ике бронза миҙалды Башҡортостан ҡумтаһына хә­ҙер инде Сочи чемпионы Азат Ҡарасурин менән Александр Давидович килтерҙе. Ғөмүмән, Рәсәй паралимпиясыларынан Иректең уҙған уйындарҙағы батырлығын Роман Петушков ҡабатланы. Ул хәҙер Сочиҙағы Паралимпия уйындарының дүрт тапҡыр чемпионы. Шулай уҡ Алена Кауфман да ике алтын һәм бер бронза миҙалға лайыҡ булды. Александра Францева менән Анна Меленина ла миҙалдың һәр төрөн алып ҡыуанды.

Яҡташыбыҙ, 18 йәшлек Азат Ҡарасурин биатлон ярышында финиш­ҡа беренсе килеп, Паралимпия чемпионы булды. Быға тиклем Шишмә районы үҫмере биатлондың икенсе төрөндә бронза миҙал призеры булып өлгөргәйне. Азат тигәндән, ул Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатында уҡығанда уҡ саңғы буйынса Рәсәй чемпионы исемен яулай. Шулай уҡ 9-сы синыф уҡыу­сыһы шул уҡ йылда физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар араһында үткән биатлон буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал призеры була. Донъя кубогы эстафетаһында ла еңеүсе булып таныла. Һәм бына әсәһен һәм алты йәшлек һеңлеһен ҡыуандырып, Башҡортостан егете Паралимпия уйындарының алтын миҙалын яулай! Афарин!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға