«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Зенит» – чемпион!



20.11.2010 «Зенит» – чемпион!

«Зенит» – чемпион!Санкт-Петербургтың «Зенит» футбол командаһы Рәсәй беренселеге тамамланырға ике тур алдынан, мәрәйҙәр һаны буйынса ҡыуып етмәҫлек бейеклеккә үрләп, чемпион исеменә лайыҡ булды. Ғөмүмән, Нева яры футболсылары СССР һәм Рәсәйҙең бар юғары наградаһын яулаған берҙән-бер клуб булып һанала.
1984 йыл – СССР чемпионы.
1944 йыл – СССР кубогын яулаусы.
1985 йыл – СССР суперкубогын яулаусы.
2007, 2010 йылдар – Рәсәй чемпионы.
1998/99, 2009/10 йылдар – Рәсәй кубогын яулаусы.
2008 йыл – Рәсәй суперкубогын яулаусы.
2003 йыл – Премьер-лига кубогын яулаусы.
2007/08 йыл – УЕФА кубогын яулаусы.
2008 йыл – УЕФА суперкубогын яулаусы.
2008 йылдан «Зенит» футбол командаһы Европаның иң популяр ун клубы исемлегенә индерелгән.
Шулай итеп, «Зенит» – чемпион. Икенсе-өсөнсө урындар өсөн көрәш, моғайын, буласаҡ әле. 58 мәрәй менән турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында килеүсе ЦСКА уйынсылары 29-сы турҙа Мәскәүҙең «Спартак» командаһы менән осрашһа, уларҙан ике мәрәйгә ҡалышыу­сы «Рубин» футболсылары чемпионға ҡаршы һынау тотасаҡ. Ә инде һуңғы хәл иткес турҙа ЦСКА Пермдә урындағы «Амкар» менән уйнаһа, «Рубин» Мәскәүҙә «Локомотив» менән көс һынашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға