«Йәшлек» гәзите » Спорт » Сәләмәт тормошҡа бер аҙым...



28.02.2014 Сәләмәт тормошҡа бер аҙым...

Сәләмәт тормошҡа бер аҙым...Юлдыбай ауылында футзал буйынса район ярышы үтте
Йылайыр районының Юлдыбай ауылындағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексының тынып торғаны юҡ тиерлек. Бында, күнекмәләрҙән тыш, айына бер нисә тапҡыр төрлө кимәлдәге саралар уҙып тора. Ошо көндәрҙә үткән футзал (залдағы футбол) ярышы ла йәштәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙы һәм берләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Райондың йәштәр сәйәсәте секторы һәм урындағы “Йәш гвардия” ойошмаһы ойошторған ярышта ҡатнашыусылар һа­нының йылдан-йыл арта барыуы һөйөнөслө. Мәҫәлән, был юлы сатнама һыуыҡтар тороуы ла спортсыларҙы ҡурҡыта алмаған – көс һынашырға ун команда килгәйне. Тағы ла шуныһы: йылайырҙар был спорт төрө буйынса даими рәүештә үҙ-ара ярыша торғас, оҫтарып бөткәндәр, ахырыһы, республика сараларында уңышҡа өлгәшеү бер ни түгел уларға.
Сараны асып, йәштәр сәйәсәте секторы мөдире Ф. Әб­делмәнов, баш судья Й. Аҙнағолов ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙе. Уйын ҡағиҙәләре менән танышҡас, йәрәбә буйынса командалар төркөмдәргә бүленде. Иртәнән алып кискә тиклем дауам иткән ярыштың кубогын Юлдыбай ауылының 80-се һөнәрселек лицейы егеттәре яуланы. Уларҙан саҡ ҡына ҡалышып, 2 – 3-сө урындарға Юл­дыбай һәм Йылайыр футболсылары лайыҡ булды.
Яҡшы уйынсыларҙы төрлө номинацияларҙа дәртләндереү ҙә иғтибар үҙәгенә алынғайны. Улар рәтенә “Иң яҡшы бомбардир” – Ғәҙел Иҫәкәев, “Иң яҡшы һөжүмсе” – Фәнил Солтанов, “Иң яҡшы һаҡсы” – Илмир Аҙнағолов, “Иң яҡшы ҡапҡасы” Илсур Исмәғилев инде. Шулай уҡ иң матур гол индергән Фәнүр Хаббин, ныҡышмалы уйын күрһәткән Рәмзил Заһитов, дисциплиналы уйыны менән һоҡландырған Вәхит Эвадуллаев билдәләп үтелде. Еңеүселәрҙең барыһы ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
Ә сараның төп биҙәген кемдәр тәшкил итте, тиһегеҙме? Әлбиттә, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин һәм йәш йырсылар Юнир Һағынбаев менән Рәил Өмөтбаевтың матур уйын күрһәтеп, гол индереүҙәре көйәрмәндәр­ҙең күңеленә хуш килде.

Нил ҒАЗИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға