«Йәшлек» гәзите » Спорт » Спорт



14.02.2014 Спорт

СпортОлимпиаданы тыны менән тартып алырҙай булып көтөп йөрөүселәр беҙҙең районда ла бихисап булды. Байғаҙыла йәшәүсе Рәшит Рәхмәт улы менән Зәлифә Фитрат ҡыҙы Көмөшбаевтар шулар иҫәбендә. Бер яҡтан, был аңлашыла ла – ғаилә башлығы ғүмере буйы мәктәптә физкультуранан уҡытты. Зәлифә апай ҙа ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған кеше. Хәҙер икеһе лә пенсияла. Ләкин әүҙем тормош алып баралар – йәй етһә, йорт-ихаталарын тултырып сәскә үҫтерәләр, йәшелсәне мул ултырталар.

Олимпиада хаҡында һорашҡас, улар, шуны ғына көтөп торғандай, ихлас һөйләй ҙә башланы.
– Олимпиаданы түҙемһеҙлек менән көттөк. Үҙебеҙҙең спортсыларға өмөттәр ҙур – тыуған илдәрендә үткән ярыштарҙа, моғайын, икеләтә дәрт, көс менән сығыш яһарҙар. Иң күп миҙал беҙҙә булыр, тип ныҡ ышанабыҙ.
Спорт байрамын асыу тантанаһы иҫ киткес итеп әҙерләнгән. 1980 йылда Мәскәүҙә үткән Олимпия уйындарын да күҙәтеп барҙыҡ. Олимпиада символы булған айыу балаһы осоп киткәс, хатта күҙҙәргә йәш тығылды.
Уйындар имен-аман ғына үтһен, тип көнө-төнө теләйбеҙ. Ҡайһы бер илдәрҙән бер нисә генә спортсы сығыш яһай икән. Мәҫәлән, Монголиянан. Ваҡытында Сыңғыҙхан миллионлап ғәскәр йыйған, ә бөгөн ил командаһы составы тиҫтәгә лә тулмай.
Беҙҙең саңғысылар мотлаҡ миҙал алыр тип уйлайым. Биатлонсыларға ла өмөт ҙур. Был ярыш төрө өсөн Зәлифә апайығыҙ айырыуса янып-көйә. Биатлон, ғөмүмән, икебеҙҙең дә яратҡан спорт төрө. Мәктәптә уҡытҡанда пневматик мылтыҡтар алып, малайҙарҙы атыу серҙәренә өйрәтә торғайным. Пенсияға сыҡҡас та үҙемә пневматик мылтыҡ һатып алдым.
Паралимпиадала беҙҙекеләргә етеүсе булмаҫ, тип өмөтләнәм. Телевизор ғына боҙолоп ҡуймаһын, тибеҙ. Шуға, берәй хәл була ҡалһа тип, компьютерҙы ла көйләп ҡуйғанбыҙ. Ҡыҫҡаһы, Олимпия уйындарына тулы әҙерлек менән индек, – ти Рәшит Рәхмәт улы.
Әйткәндәй, Зәлифә Фитрат ҡыҙы үҙебеҙҙең спортсыларға теләктәшлек күрһәтеп, ошо көндәрҙә генә саңғыға баҫҡан. Хәҙер көнөнә ике тапҡыр саңғыла йөрөп әйләнә. Күршеләре Фәнүзә Баязитова, Лилиә Дауытова, Сәриә Аллабирҙина, Раушания Дауытованы ла үҙ артынан эйәрткән. Фәнүзә апай менән Сәриә апай ҙа пенсионерҙар.
– Беҙ ошо рәүешле үҙебеҙҙең спортсыларға көс, дәрт бирергә ниәтләйбеҙ. Хәрәкәттә – бәрәкәт, – ти ауыл апайҙары.
Афарин! Бына ошондай рухлы, сәмсел көйәрмәндәр булғанда беҙҙең спортсыларҙың еңеү яуларына ышаныс тағы ла арта.
Спорт – сәләмәтлек нигеҙе, рух ныҡлығы, ихтыяр көсө, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләү сығанағы ла.

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

Бөрйән районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға