«Йәшлек» гәзите » Спорт » һаумы Сочи, һаумы олимпиада!



07.02.2014 һаумы Сочи, һаумы олимпиада!

һаумы Сочи, һаумы олимпиада!Бөгөн XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана
Бөгөн, ниһайәт, Бөтә донъяны шаулатып, XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары үҙенең тарихи яңы сағыу битен аса. Сочиға 88 илдән көс һынашырға килгән спортсылар 98 комплект миҙал өсөн бәйге майҙанына сығасаҡ. Беҙҙә Ванкуверҙағы уйындарға ҡарағанда 12 комплект миҙал күберәк уйнатыласаҡ. Яңы спорт дисциплиналары:
саңғыла трамплиндан һикереү (ҡатын-ҡыҙ);
конькиҙа фигуралы шыуыу (команда беренселеге);
сана спорты (эстафета);
фристайл, хафпайп төрө (ҡатын-ҡыҙ, ир-ат);
биатлон (ҡатнаш эстафета);
фристайл, слоупстайл төрө (ҡатын-ҡыҙ, ир-ат);
сноуборд, слоупстайл төрө (ҡатын-ҡыҙ, ир-ат);
сноуборд, команда беренселеге (ҡатын-ҡыҙ, ир-ат).
Шулай итеп, Олимпия уйындарында ете спорт төрөнән иң күп комплект миҙалды конькиҙа һәм саңғыла йүгереүселәр аласаҡ. Улар үҙ төрөндә 12 дистанцияла көс һынашасаҡ. Шунан – биатлон (11 төр). 10-ар комплект миҙалды тау саңғысылары, сноубордсылар һем фристайлсылар уйнатмаҡсы. Шорт-трек (8), конькиҙа фигуралы шыуыу (5), трамплиндан һикереүселәр (4), сана спортынан (4), бобслейҙан (3), саңғы икеалышынан (3), керлинг (2), скелетон (2) һәм хоккейҙан ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ командалары ике комплект өсөн көрәшәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға