«Йәшлек» гәзите » Спорт » Һәр береһенең эше башҡа



13.12.2013 Һәр береһенең эше башҡа

Һәр береһенең эше башҡа«Салауат Юлаев» командаһы үтеп барған йылдың һуңғы осрашыу­ҙарын ситтә уҙғара.
Улар уҙған уйында Көнбайыш конференция­һының плей-офф зонаһына көрәш алып барған «Локомотив» хоккейсылары менән сәкәләште. Һәм хужалар тәүге осорҙа уҡ өфөләрҙең ҡапҡаһына ике яуапһыҙ шайба индереп, уңышҡа нигеҙ һалды. Юлаевсылар тырышып ҡараны, әммә «Локомотив» маҡсатына ирешеп, кәрәкле өс мәрәй яуланы. Хәҙер улар туғыҙынсы баҫҡыста килеүсе «Спартак»тан биш мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Ә бына беҙҙекеләр позицияһын кәметә биреп, үҙ конференцияһында дүртенсе баҫҡысҡа шылды. Сөнки Магнитогорскиҙың турнир таблицаһында юлаевсылар менән йәнәш килгән «Металлург» командаһы Санкт-Петербургта урындағы СКА уйынсыларын 2:0 иҫәбенә еңеп, хәҙер юлаевсыларҙан бер мәрәйгә өҫтөнлөк итә. Шулай уҡ беҙҙең конференцияла плей-офф зонаһына сығыу өсөн тырышҡан командалар ҙа үҙ дәғүәселәрен еңеп, ундағы көсөргәнешлекте арттыр­ҙы. «Трактор» «Атлант»ты уның майҙанында 3:2 иҫәбенә еңһә, «Адмирал» командаһы шул уҡ иҫәп менән «Югра»нан өҫтөнлөк итте. Хәҙер улар, 48-шәр мәрәй яулап, 8 – 9-сы урындарҙы бүлешә. Әлегә өмөтөн юғалтмаған «Авангард» та «Себер»ҙе 3:2 иҫәбенә еңеп, уларҙан дүрт мәрәйгә ҡалыша. Бөгөн «Салауат Юлаев» командаһы «Северсталь»дә ҡунаҡ була. Улар ҙа, плей-офф зонаһынан күпкә алыҫ урынлашһа ла, әлегә өмөтөн юғалтмаған.

Сит-яттар ярҙамында булһа ла…

Футбол буйынса Чемпиондар лигаһында төркөм уйындарының һуңғы осрашыуҙары үтте.
ЦСКА командаһы мәсхәрәгә ҡалып, плей-офф түгел, хатта Европа кубогында ҡатнашыу мөмкинлегенән дә ҡолаҡ ҡаҡты. Шулай уҡ «Зенит» та саҡ шул уҡ хәлгә тарыманы. Улар Австрияның «Аустрия» клубына 4:1 иҫәбенә еңелһә лә, төркөмдәш «Атлетико» арҡаһында плей-офф зонаһына эләгеп ҡалды, сөнки улар «Порту»ны еңеп, «Зенит»ты уҙырға ирек бирмәне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға