«Йәшлек» гәзите » Спорт » ҙур спорт тирәләй



12.07.2013 ҙур спорт тирәләй

«Өфө» «Алания»нан башланы

Футбол буйынса юғары лига командалары сираттағы Рәсәй беренселегенә аяҡ баҫып, тәүге турын үткәрҙе.
Премьер-лиганы төп маҡсат итеп ҡуйған республикабыҙҙың «Өфө» клубы беренсе уйында билдәле «Алания» футболсыларын ҡабул итте һәм уларҙы 2:1 иҫәбенә еңеп, үҙ иҫәбенә тәүге өс мәрәйҙе һалып ҡуйҙы.
Клуб составына килгәндә, «Өфө» етәкселеге яңы футболсылар алды. Волгоград футбол мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Мя­зин «Өфө»ләр ме-нән ике йылға килешеү төҙөп, гол­­дар иҫәбен беҙ­ҙә ас­маҡсы. Шу­лай уҡ Димитровград футбол мәктәбе һөжүмсеһе Антон Килин да республикабыҙ өсөн өс миҙгел сығыш яһаясаҡ. Украина һаҡсыһы, уҙған миҙгелдә «Мордовия» өсөн уйнаған Павел Степанец ике йыл «Өфө» ҡапҡаһын һаҡламаҡсы.

«Торос» Европа кубогы өсөн көрәшәсәк

Нефтекаманың «Торос» хоккей командаһы, юғары лига клубтары араһында Рәсәй чемпионы булараҡ, быйыл Европа кубогы өсөн Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ.
Ул ноябрь айында Италияның «Асьяго» һәм Ҡаҙағстандың «Иртыш» хоккейсылары менән уйнаясаҡ. Финал осрашыуҙары Францияла киләһе йылдың ғинуарында үтәсәк.

Барыһы өсөн өс килограмм «алтын»

2014 йылда Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындары призерҙары өсөн 1300 алтын, көмөш һәм бронза миҙал эшләнгән.
Бының өсөн өс килограмм алтын, ике тоннаға яҡын көмөш һәм 700 килограмм самаһы бронза тотонолған.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға