«Йәшлек» гәзите » Спорт » Батырҙар сыҡты майҙанға



28.05.2013 Батырҙар сыҡты майҙанға

Батырҙар сыҡты майҙанғаКүптән түгел Стәрлебаш районы үҙәгендә яугир-интернационалист Наил Рәжәпов иҫтәлегенә Милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтте. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамсыһы, Бөтә Рәсәй билбау көрәше федерацияһының башҡарма директоры Гөлнур Ҡолһарина, турнирҙа ҡатнашыусы­лар­ҙы сәләмләп, милли спорт төрөн үҫтереүгә ҙур көс һалған тренерҙар­ға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Тимерйән Рәжәпов бер нисә кешегә миҙал тапшырҙы.
Көрәш 13 ауырлыҡ үлсәмендә бар­ҙы. 30 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында көс һынашыусы малайҙар араһында Федоровка райо­нынан Евгений Борисов беренсе урынды яуланы. Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Нур менән Илсур Собханғоловтар икенсе, өсөнсө урындарҙы бүлеште. Айнур Собханғолов, Алмас Ишем­бәтов, Рүзил Сәлишев, Илһам Ҡолһарин, Артур Мәжитов, Альфред Ҡолһарин, Фидан Ҡәйепҡолов, Алмас Ҡолһарин, Айнур Ишекәев, Илмир Ибраһимов, Айбулат Бикташев үҙ ауырлыҡ категорияларында еңеүгә өлгәште.

С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға