«Йәшлек» гәзите » Спорт » Беҙҙекеләр һынатмай



26.10.2010 Беҙҙекеләр һынатмай

Беҙҙекеләр һынатмайКраснодар крайының Анапа ҡалаһынан алыҫ түгел Витязь ҡасабаһында кикбоксинг буйынса донъя чемпионаты үтте. Унда 20 илдең иң көслө 600 спортсыһы ҡатнашты. Әйткәндәй, бындай кимәлдәге кикбоксинг ярыштары Рәсәйҙә тәүгә уҙғарылды. Чемпионатта Башҡортостан кикбоксерҙары ла көс һынашты. Әлшәй районының «Бейеклек» клубы тәрбиәләнеүсеһе Тимур Имашев, юниорҙар араһында үҙен иң көслөләрҙең береһе итеп күрһәтеп, Рәсәй йыйылма командаһына тос өлөш индерҙе – бронза миҙал яуланы.
Тимурҙың еңеүе тәүгеһе түгел. Дүрт йыл элек егет тренерҙар Руслан һәм Рөстәм Шәриповтарҙа шөғөлләнә башлай. Бокс буйынса ла тренер Константин Горячевтан күнекмәләр ала. Бынан тыш, һәр саҡ физик әҙерлекле булыр өсөн һәйбәт итеп хоккей ҙа уйнай, мәктәптә лә алдынғы уҡыу­сы була. Шуныһын да билдәләргә кәрәк – Тимурҙа спортҡа һөйөүҙе атаһы – заманында бокс буйынса республика чемпионы Рушан Абрек улы, ағаһы – кикбоксинг буйынса Рәсәй, БДБ, Европа, Азия, донъя чемпионы, республиканың кикбоксинг буйынса федерацияһы вице-президенты Фәрхәт Рифҡәт улы уятҡандыр. Тимур ғаилә традицияһын дайыҡлы дауам итә. Егеттең ихтыяр көсө, тәртибе һәм сыҙамлылығы ҡаҙаныштарға ирешеүҙә ҙур роль уйнай.
Афарин, яҡташыбыҙ!

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға