«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бил бирмәне батырҙар



12.03.2013 Бил бирмәне батырҙар

ҡырмыҫҡалы районының ҡырмыҫҡалы ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың призына милли көрәш буйынса ярыштар үтте. БР Мәғариф министрлығы, ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте, БР Көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, республиканың Хәрби дан музейы ойошторған сарала 100-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. 1995 – 1998 йылғы үҫмерҙәр ҙә бәйгенән ситтә ҡалманы. Батырҙар һигеҙ ауырлыҡ категорияһында (50 килограмдан 80-гә тиклем) таһыллыҡҡа көс һынашты.
Спортсылар көрәштә юғары һөнәри оҫталығын, яҡшы физик әҙерлеген күрһәтте. Ауырғазы районынан Фидан Фархшатов менән Әнүр Ғөбәйҙуллинға, Стәрлебаш районынан Альфред ҡолһаринға, ҡыйғы районынан Вилдан Рауилов һәм Артур Зөлҡәрнәевҡа, Өфөнән Дәүләт Ғамилов, Рәсүл Бәширов һәм Далир Фәтхетдиновҡа тиңләшеүселәр булманы. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеменә арналған турнир көрәшселәрҙе бергә туплап, йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙы асыҡ күрһәтте, милли көрәш менән етди шөғөлләнгән спортсылар булыуын тағы бер мәртәбә иҫбатланы.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға