«Йәшлек» гәзите » Спорт » Тау саңғыһында шыуыусылар әҙерләнәсәк



26.02.2013 Тау саңғыһында шыуыусылар әҙерләнәсәк

Тау саңғыһы спорт төрө киләсәктә тағы ла нығыраҡ үҫәсәк – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата Өфөлә «Олим­пик-Парк» спорт комплексында тау саңғыһы спорты буйынса Олимпия резервындағы мах­сус балалар-үҫмерҙәр мәк­­­тәбе асылды. Яңы бина бер йылдан кәмерәк ваҡыт эсендә төҙөлгән. Унда тренажер залы, спортсылар һәм тренерҙар өсөн бүлмәләр, душ кабиналары, медицина пункты, сисенеп-кейенеү бүлмәләре урынлашҡан.
– Беҙҙең тау саңғыһы мәктәбе Рәсәйҙә генә түгел, Со­веттар Союзы осоронда ла билдәле спортсылар тәрбиәләгән, – тине ошо сарала ҡат­наш­ҡан БР Президенты Рөстәм Хәмитов.
Президент миҫалға атҡаҙан­ған спорт мастеры Светлана Гладышеваның исемен атаны. Бөгөн ул Рәсәй Федерация­һы­ның Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты вазифаһын башҡара. Яңы бинаны төҙөү яуаплылығы «Газпром» корпорацияһы иңен­­дә булған. Тау саңғыһы ҡорамалдарын ярыштарға профессиональ спортсылар Австрияның «Reichmann» фирмаһы етештергән махсус станокта әҙерләйәсәк.
Саңғы юлы ла уңышлы һы­налды, унан республика башлығы ла шыуып төштө.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға