«Йәшлек» гәзите » Спорт » Беренселек тамам. Иң мөһиме алда әле



20.02.2013 Беренселек тамам. Иң мөһиме алда әле

КХЛ беренселегенең сираттағы даими бәйгеһе лә артта ҡалды. Уның еңеүсеһе булып СКА командаһы та­нылды. Уҙған ялда хоккейсылар һуңғы тур уҙғарып, һәр конференциянан Гагарин кубогы өсөн көрәшәсәк һигеҙ көслө команданы билдәләне. «Салауат Юлаев» уйынсылары, Минскиҙа урындағы «Ди­намо» клубын 3:2 иҫәбенә еңеп, үҙ конференцияһында бишенсе урынын һаҡлап ҡалды һәм плей-оффтың беренсе этабын Магни­тогорскиҙың «Металлург» командаһы менән башлаясаҡ. Ғөмүмән, уҙған осрашыуҙа хужалар үҙҙәренә үҙе аяҡ салды, тиһәк тә, хата булмаҫ. Сөнки уларҙың плей-оффҡа эләгеп ҡалырға өмөтө бар ине. Ә хәҙер Беларусь хоккейсылары үҙҙәре һымаҡ төп бәйгенән мәхрүм ҡалған командалар менән Өмөт кубогы өсөн көс һынашасаҡ. Беренселеккә килгәндә, командалар ошондай тәртиптә урынлашты.
Шулай итеп, Гагарин кубогының 1/8 финалында парҙар ошо юҫыҡта бүленеп, көрәште 20 февралдә башлаясаҡ.

Көнсығыш конференцияһы

«Аҡ барс» – «Нефтехимик»
«Авангард» – «Себер»
«Трактор» – «Барыҫ»
«Металлург» /Мг./ – «Салауат Юлаев»
Көнбайыш конференцияһы

СКА – «Атлант»
ЦСКА – «Лев»
«Динамо» /Мәскәү/ – «Слован»
«Локомотив» – «Северсталь»

Көнсығыш конференцияһы

У Е-ү Ов. Б. Б. Ов. Е-леү Ш. М. е-ү е-ү е-леү е-леү

1. «Аҡ барс» 52 28 1 5 5 3 10 157-112 104
2. «Авангард» 52 26 6 3 4 2 11 149-121 102
3. «Трактор» 52 28 0 3 6 2 13 152-120 98
4. «Металлург»/Мг./ 52 27 0 0 7 5 13 167-121 93
5. «Салауат Юлаев» 52 24 2 3 6 0 17 148-140 88
6. «Барыҫ» 52 23 3 2 2 4 18 175-161 85
7. «Себер» 52 21 1 6 4 3 17 124-119 84
8. «Нефтехимик» 52 17 5 5 4 2 19 144-150 77

9. «Югра» 52 19 4 3 3 0 23 153-163 74
10. «Металлург» /Нк./ 52 15 3 1 3 2 28 132-177 58
11. «Амур» 52 11 1 4 1 0 35 115-167 44
12. «Автомобилист» 52 7 0 1 7 5 32 104-180 35

Көнбайыш конференцияһы

У Е-ү Ов. Б. Б. Ов. Е-леү Ш. М. е-ү е-ү е-леү е-леү

1. СКА 52 36 1 1 2 1 11 182-116 115
2. ЦСКА 52 23 5 8 1 0 15 151-109 96
3. «Динамо» /Мәскәү/ 52 27 3 6 1 1 14 150-115 101
4. «Локомотив» 52 24 2 8 0 0 18 131-121 92
5. «Северсталь» 52 21 1 6 3 5 16 137-117 85
6. «Слован» 52 17 3 8 5 0 19 124-127 78
7. «Лев» 52 23 0 1 2 3 23 132-133 76
8. «Атлант» 52 19 1 3 4 4 21 137-141 73

9. «Донбасс» 52 17 2 5 6 1 21 134-142 72
10. «Динамо» /Минск/ 52 18 5 1 2 3 23 125-148 71
11. «Торпедо» 52 19 0 2 4 4 23 142-146 69
12. «Витязь» 52 11 1 6 6 2 26 119-151 55
13. «Спартак» 52 11 4 2 5 2 28 106-151 52
14. «Динамо» /Рига/ 52 13 2 2 2 2 31 109-151 51







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға