«Йәшлек» гәзите » Спорт » Йәш спортсылар космонавтар менән аралашасаҡ



12.02.2013 Йәш спортсылар космонавтар менән аралашасаҡ

Өфөлә уҙасаҡ VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарының һуңғы көнөндә Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы менән радиобәйләнеш булдырыласаҡ.
Ул Өфө дәүләт авиация техник университетының тамаша залында көндөҙгө сәғәт 2-се яртыла башланасаҡ. 34-се экспедиция космонавтары – Рәсәйҙән Олег Новицкий, Евгений Тарелкин, Роман Рома­ненко һәм АҡШ-тан Кевин Форд, Хадфилд Кристофер, Машбёрн Томас ун минут дауамында VI халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары сиктәрендә ойошторолған йәштәр акцияһында – “Ҙур уйын”да ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк.

Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға