«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ольга Вилухина өмөттәрҙе аҡлай



04.12.2012 Ольга Вилухина өмөттәрҙе аҡлай

Ольга Вилухина өмөттәрҙе аҡлай
Биатлон буйынса донъя кубогының тәүге эта­бы ла арт­та ҡалды. Рәсәй йы­йылма командаһы бер алтын һәм өс бронза ми­ҙал яу­лап, ярайһы ғына уңышҡа өлгәште.
Бигерәк тә яҡташыбыҙ Ольга Вилухина өсөн беҙ шат. Ул ҡатнаш эстафеталағы «алтын»ы эргәһенә бронза миҙал өҫтәне. Ольга спринт бәйгеһендә финишҡа өсөнсө килде. Шулай уҡ эҙәрлекләү ярышында ла яҡташыбыҙға саҡ ҡына бәхет йылмайманы. Ул − дүртенсе. Шәхси беренселектә бишенсе булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға