«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бәхет Рәсәйгә йылмайҙы



16.10.2012 Бәхет Рәсәйгә йылмайҙы

Бәхет Рәсәйгә йылмайҙы
Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы донъя беренселегенең һайлап алыу бәйгеһендә үҙ төркөмөндә төп дәғүәсеһе − Португалия футболсыларын ҡабул итеп, миллионлаған көйәрмәне алдында батырлыҡ ҡылды. Улар Пор­тугалияны 1:0 иҫәбенә отоп, кәрәкле еңеү яуланы. Осра­шыу­ҙың алтынсы минутында уҡ Александр Кер­жаков, мөмкинлекте оҫта файҙаланып, иҫәпте асыуға өлгәшә. Ә инде аҙаҡтан ҡунаҡтар тулыһынса өҫтөнлөк итһә лә, уйынды ҡотҡара алмай, еңелергә мәжбүр була. Шулай итеп, Фабио Капеллоның тәрбиәләнеүселәре, өс уйында өс еңеү яулап, үҙ төркөмөн етәкләй. Бөгөн улар төркөмдәштәре – Әзербайжан уйынсылары менән уйнай.

А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға