«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бағыусылар ярҙамы менән – скейт-парк



11.09.2012 Бағыусылар ярҙамы менән – скейт-парк

Бағыусылар ярҙамы менән – скейт-парк
Өфө экстремалдарына хәҙер спорт менән шөғөлләнергә урын бар – улар өсөн Өфөнөң Конгресс- холы эргәһендәге майҙансыҡта скейт-парк асылды.
Социаль проекттың үҙенсәлеге шунда – майҙансыҡ спортсыларҙың проекты буйынса эшләнгән һәм тик бағыусылар ярҙамы менән генә төҙөлгән. Төҙөлөш эштәрендә айырыуса Өфө кизе-мамыҡ комбинаты, „КламаС” компьютерҙар һәм цифрлы техника магазиндары селтәре, «ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды», «Ле Марьяж» туй салоны әүҙем ҡатнашҡан.
Скейт-паркта скейтборд, стритборд, роликтар, ВМХ велосипедтар­ҙа төрлө трюктар эшләү өсөн тренажерҙар бар.
Өфө ҡалаһы мэры Ирек Ялалов белдереүенсә, бындай скейт-парктар ҡалала тағы ла һигеҙ урында төҙөләсәк.

Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға