«Йәшлек» гәзите » Спорт » Хоккей – иң танылған уйын



31.08.2012 Хоккей – иң танылған уйын

Өфөлә декабрь – ғинуарҙа йәштәр командалары араһында шайбалы хоккей буйынса Донъя чемпионаты үтә. Ошо көндәрҙә БР Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендә ярышты ойоштороу комитетының ултырышы үтте.
Кәңәшмәлә Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Өфө мэры Ирек Ялалов ҡатнашты.
Владислав Третьяк, әлеге чемпионаттың Рәсәй өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға икәнен билдәләп, республикала хоккейҙы үҫтергән өсөн рәхмәт белдерҙе, ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы булдырылыуын хупланы.
– «Өфө-Арена чемпионатҡа тулыһынса әҙер, – тине республика башлығы. – Спорт һарайында реконструкциялау эштәре тамамлана. Бағыусылар менән эштәрҙе әүҙемләштерергә кәрәк.
Донъя чемпионатында ун ил ҡатнашасаҡ. Улар иҫәбендә Канада, АҡШ, Швеция, Германия, Чехия бар.
Андрей Иванюта әйтеүенсә, донъя чемпионаты алдынан әле «Өфө-Арена»ла, тест ярыштары булараҡ, хоккей буйынса Башҡортостан Кубогы үтә.
Ултырышта ҡатнашыусылар генераль бағыусы менән бәйле мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәклекте тикшерҙе.
Баш ҡала мэры «Өфө-Арена» һәм Спорт һарайы биләмәләрен төҙөкләндереү, улар эргәһендә урынлашҡан йорттарға ремонт үткәреү, яңы уңайлы парковкалар булдырыу хаҡында һөйләне. Был сараларға ҡала 227 миллион һум аҡса тотонған.
Чемпионат барышында командаларҙы һәм туристарҙы ҡала буйлап йөрөтөү, бағыусылар менән эш итеү, медицина хеҙмәтләндереүе һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре, мәҙәни программа торошо тикшерелде. Әлегә әҙерлек эштәре графикка ярашлы үтә.
Хоккей чемпионаты 26 декабр­ҙән 5 ғинуарғаса уҙасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға