«Йәшлек» гәзите » Спорт » Башҡорт егете – Донъя чемпионы



24.07.2012 Башҡорт егете – Донъя чемпионы

Башҡорт егете – Донъя чемпионы
Халҡыбыҙҙың «Уңған кеше бар ерҙә лә уңған» тигән әйтемен ҡеүәтләп, «Хоҙай бирһә бирә бит әҙәмгә талантты» тип өҫтәге килә ҡайһы саҡта. Ошо һүҙҙәрҙе Көйөргәҙе районының Айсыуаҡ ауылы егете Салауат Мәсәғүтовҡа ҡарата әйтеү бик тә урынлы булыр ине. Салауат әле 22 йәштә генә булһа ла, спортта ла, уҡыу­ҙа ла, әҙәби эшмәкәрлектә лә матур ғына уңыштарға өлгәшкән. Быйыл июнь айында Салауаттың Сочи ҡалаһында уҙғарылған юниорҙарҙың пауэрлифтинг буйынса донъя чемпионатында – беренсе, ә ололар төркөмөндә икенсе урын алыуы бөтә район халҡы өсөн ҙур шатлыҡ булды. Быға тиклем ошо спорт төрө буйынса мастерлыҡҡа кандидат булған егеткә халыҡ-ара мастер дәрәжәһе биреү көтөлә.
Спорт Олимпына күтәрелеүгә уға бәләкәйҙән үҙенең сәләмәтлеген нығытыуы, гер, штанга күтәреүе, көрәш менән даими шөғөлләнеүе мөмкинлек биргән. Ата-әсәһе хәтерләүенсә, малай, тик яҡшы билдәләргә уҡыуынан тыш, һәр саҡ спортты үҙ иткән, хәрәкәтсән, көс талап ителгән эштәрҙе яратып башҡарған, көн дә физик күнегеүҙәр үтәгән, йүгереүҙе лә онотмаған.
Үҫмер Салауат кәрәкле спорт ҡорамалдарын мөмкин булғанса үҙе эшләгән. Райондың Төкән, Зәк-Ишмәт мәктәптәрендә уҡыған малай 7-се синыфҡа Күмертауҙағы республика политехник лицей-интернатҡа килгән. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Уҡыу алдын­ғыһы грек-рим, милли көрәш, ауыр атлетика түңәрәктәрендә ныҡышмалы, даими шөғөлләнә, оҫталығын тырышып камиллаштыра. 10-сы синыфта уҡығанда ҡулын һындырһа ла, Салауат төшөнкөлөккә бирелмәй, яра төҙәлгәс тә, күнекмәләрҙе дауам итә, төрлө өлкәләрҙәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Теүәл фәндәрҙе яратҡан егет шиғыр­ҙар ҙа ижад итә, әҙәби эҙләнеүҙәр менән дә шөғөлләнә. Уның шиғри шәлкемдәре урындағы матбуғат биттәрендә, лицей-интернаттың гәзитендә лә баҫыла, уҡыусылар уларҙы йылы ҡабул итә. 2006 йылда бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыу­ға арналған 15-се республика фәнни-ғәмәли конференцияһында тикшеренеү эше менән беренсе урынды алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.
Урта белем биреү усағын көмөш миҙалға тамамлаған егет белем эстәүен Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалында дауам итә. Лицей-интернатта яҡын иткән пауэрлифтинг спортын Салауат студент йылдарында ла ташламай. Ермолаев ауылында һәм Күмертау ҡалаһында тренерҙар Иван Логачев, Александр Сыкменов етәкселегендә ныҡышмалы шөғөлләнеүен дауам итә. Һөҙөмтәлә ҡала, республика, Волга буйы федераль округы, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән бәйгеләрҙә матур күрһәткестәргә өлгәшкәндән һуң, донъя беренселегендә уңыш килде башҡорт егетенә. Батырҙың атаһы Ғәзиз Асрар улы, әсәһе Гөлсирә Рауил ҡыҙы менән әңгәмәләшкәндә, улдарының шиғыр яҙыу конкурстарында, волонтер хәрәкәтендә, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында өлгәшкән уңыштары, әүҙемлеге өсөн бирелгән бихисап Маҡтау грамотаһы, дипломдар, рәхмәт хаттары менән дә танышырға форсат тейҙе.
Урта мәктәпте тамамлар алдынан Мәскәү физик-техник институты ректоры уҡырға инеү өсөн һынау тоторға ла саҡырған икән. Ләкин Салауат, атаһы юлын дауам итеп, энергетика өлкәһен һайлай. Быйыл июль башында инженер-энергетик һөнәренә уңышлы диплом яҡлаған егет әле Рәсәй ҡораллы Көстәре сафында, Свердловск өлкәһендә махсус тәғәйенләнештәге часта хеҙмәт итә. Мәсәғүтовтар ҡәнәғәтлек менән әйтеүҙәренсә, улдары хеҙмәтте уңышлы алып бара, уларҙың хәл-әхүәлен белешеп тора. Синыф­таштары, күрше-күләне һөйләүенсә, Салауат – ябай, ярҙамсыл, кеше хәленә инә торған шәхес. Егеттең ата-әсәһе менән һөйләшкәндә әңгәмәселәрҙең улдары менән ғорурланыуын төҫмөрләргә була. Улар өсөн ошонан да юғары шатлыҡ булыуы мөмкинме?!

Урал ҡӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға