«Йәшлек» гәзите » Спорт » Миҙалдар менән ҡайттылар



20.07.2012 Миҙалдар менән ҡайттылар

Миҙалдар менән ҡайттылар
Өфөгә 46-сы Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусылар әйләнеп ҡайтты.
Ярыштар Көньяҡ Кореяның Дэгу ҡалаһында үтте. Рәсәй исеменән Тула һәм Өфө ҡалалары спортсылары сығыш яһаны. Тула футболсылары ил өсөн «алтын» яуланы. Өфө йыйылма командаһына баш ҡаланың спорт мәктәптәренән 18 уҡыусы, шулай уҡ уларҙың тренерҙары ингәйне. Башҡортостан спортсылары теннис, еңел атлетика, йөҙөү һәм тхэквондо буйынса призлы урындар өсөн көс һынашты. Әммә файтерҙар ғына миҙалдар яулай алды. Айҙар Усманов (ауырлыҡ категорияһы 40 кг) һәм Эльвина Хәкимова (40 кг) чемпион булды, Эвелина Мосабирова (50 кг) – «көмөш», Иван Кортунов (50 кг) «бронза» яуланы.
Аэропортта миҙалсыларҙы туғандары, балалар-үҫмер­ҙәр спорт мәктәптәре, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Өфө ҡала хакимиәте һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡаршы алды. Спортсылар менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов осрашып, ҡотлауын еткерҙе, сығыштары тураһында һорашты.
Республикала һуңғы ваҡытта спортҡа иғтибар арта, уға күпләп балалар һәм үҫмерҙәр ылыға, шарттар булдырыла. Һөҙөмтәләр ҙә бар.
Әйткәндәй, ярыштар тамамланғас, Өфө спортсыларына тантаналы рәүештә Халыҡ-ара балалар уйындарының флагы тапшырылды: Башҡортостандың баш ҡалаһында 2013 йылдың февралендә VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтә.
А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға