«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бына, исмаһам, чемпион!



03.07.2012 Бына, исмаһам, чемпион!

Испанияның футбол буйынса йыйылма командаһы Европа чемпионатында икенсе тапҡыр ҙур уңышҡа өлгәште
Бына, исмаһам, чемпион!
Әлеге ваҡытта футбол буйынса донъяла испандарға етеүсе юҡтыр. Улар иң ҙур бәйгеләр­ҙә өс рәттән еңеүсе булып танылды. Быға тиклем уҙған Европа чемпионатында, һуңынан донъя беренселегендә һәм хәҙер йәнә Европа бәйгеһендә төп урынды яуланы. Уңың уңышына ҡарағанда ла Испания йыйылма командаһы донъяла иң байҙарҙан һанала. Дөйөм хаҡы – 565 млн евро. ҡыҫҡаса әйткәндә, улар һәр яҡлап рекорд ҡуя. Европа чемпионатында быға тиклем береһенең дә рәттән ике тапҡыр еңгәне булмай. Әле уҙған финал осрашыуында ла улар, Италия командаһына бер мөмкинлек тә бирмәй, дәғүәсеһен 4:0 иҫәбенә ҡыйратты. Бына, исмаһам, матур һәм лайыҡлы еңеү. Испандар байрам итә. Испания – чемпион!
Киләһе чемпионат 2016 йылда Францияла үтәсәк.

Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға