«Йәшлек» гәзите » Спорт » Спортҡа һөйөү илдәрҙе берләштерә



03.07.2012 Спортҡа һөйөү илдәрҙе берләштерә

2 – 9 сентябрҙә Башҡортостан аша “Бөтә донъя гармония йүгереүе – World harmony run” эстафетаһы маршруты үтә.
Был сара быйыл апрелдә Нью-Йорктағы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының штаб-фатирында старт алған. Халыҡ-ара эстафета 140 илде берләштерә. Уның төп идеяһы – сәләмәт тормошто пропагандалау, спорт үҫешенә булышлыҡ итеү, илдәр һәм төбәктәр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу. Быйыл ул 25-се тапҡыр уҙғарыла.
Эстафета Рәсәйҙең 50 субъекты аша үтә, бөтәһе 19 000 саҡрымды үҙ эсенә аласаҡ.
“Минск – Һамар – Астана” маршруты буйынса Башҡортостан да был спорт сараһында ҡатнаша. Кисә Йәрмәкәй районы йүгеректәре Ырымбур өлкәһенән эстафетаны ҡабул итте. Маршрут артабан Бәләбәй, Дәүләкән, Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Архангел, Белорет райондары буйлап дауам итәсәк. Сарала шул төбәктәрҙең йүгереүселәр командалары ҡатнашасаҡ. Урындарҙа осрашыуҙар, дуҫлыҡ һәм гармонияға арналған байрамдар үткәреләсәк.
Ә 9 июлдә учалылар эстафетаны Силәбе өлкәһе спортсыларына тапшырасаҡ.
Г. ЯХИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға