«Йәшлек» гәзите » Спорт » Йырсыларға машина булһа, бәһлеүәндәргә – арғымаҡ!



08.06.2012 Йырсыларға машина булһа, бәһлеүәндәргә – арғымаҡ!

Йырсыларға машина булһа, бәһлеүәндәргә – арғымаҡ!
Уҙған аҙна Сибай халҡы өсөн мәҙәни саралар менән генә түгел, спорт ярыштары менән дә иҫтә ҡалырлыҡ булды: 1 − 2 июндә «Ирәндек батыры» исемле I республика спорт фестивале уҙҙы.
Милли спортты үҫтереү, республиканың ҡала һәм райондары араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, көслө спортсыларҙы барлау һәм асыҡлау, үҫеп килгән йәштәр­ҙе милли рухта тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған был ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Сибай ҡалалары, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Бөрйән һәм Баймаҡ райондары вәкилдәре көс һынашты. Пневматик винтовканан сәпкә атыу, 3 километрға йүгереү, милли көрәш кеүек ярыш төрҙәрендә пневматик винтовканан сәпкә атыу­ҙа 1-се урынды 16 – 18 йәшлектәрҙән Венер Нәбиев (Баймаҡ), 19 йәштән өлкәндәрҙән Айҙар Байсурин (Сибай) яуланы. Өс саҡрым араға йүгереүҙә – 16 – 18 йәшлектәрҙән Даян Ғүмәров (Баймаҡ районы), 19 йәштән өлкәндәрҙән Йәлил Сәйетов (Сибай), көрәштә 16 – 18 йәшлектәрҙән Вадим Төлкөбаев, 19 йәштән өлкәндәрҙән Айгиз Зәйнетдинов (Стәрлетамаҡ) беренсе урын алды.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса призлы урындар ошолай билдәләнде: 3-сө урын – 16 − 18 йәшлектәр­ҙән Вадим Төлкөбаев (Өфө) һәм 19 йәштән өлкәндәрҙән Айгиз Зәйнетди­новҡа (Стәр­летамаҡ), 2-се урын 16 – 18 йәшлектәрҙән Илнур Иҫәнбаев (Йылайыр районы, Сибай өсөн сығыш яһаны) һәм19 йәштән өлкәндәрҙән Дмитрий Ива­новҡа бирелде (Стәр­летамаҡ). 1-се урын яулаған ике егеткә бүләккә берәр ат эләкте! 16 − 18 йәшлектәрҙән Даян Ғүмәров (Баймаҡ районы, Икенсе Этҡол ауылы), 19 йәштән өлкәндәрҙән Айҙар Байсурин (Сибай) хәҙер һыбай йөрөүҙә оҫталығын тағы ла арттырыр, моғайын.
И. ҡансурин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға