«Йәшлек» гәзите » Спорт » Балалар спортына иғтибар артасаҡ



08.06.2012 Балалар спортына иғтибар артасаҡ

Балалар спортына иғтибар артасаҡ
6 июндә Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында ҡышҡы спорт төрҙәре, туризм һәм әүҙем ял буйынса халыҡ-ара конгресс башланды. Ул Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР буйынса Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй тау саңғыһы индустрияһы союзы тарафынан ойошторолдо.
Конгресс Рәсәйҙең ике йөҙгә яҡын спорт ойошмаһы вәкилдәрен берләштерҙе, шулай уҡ Белорус­сия, Украина, ҡаҙағстандан ҡунаҡтар булды. Спорт форумында көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү, тәжрибә уртаҡлашыу, эшлекле партнерҙар табыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды. Бинаның холында ҡышҡы спорт объекттарын төҙөү, проектлау һәм файҙаланыу өлкәһендә эшләүсе алдынғы компанияларҙың күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине.
Конгресты асыу тантанаһынан һуң пленар өлөш башланды. “Юғары ҡаҙаныштар күрһәткесе нигеҙендә – балалар спорт үҫеше” темаһына һөйләшеүҙә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Вячеслав Чернов, Рәсәй тау саңғыһы һәм сноуборд спорты федерацияһы президенты, яҡташыбыҙ Светлана Гладышева, Рәсәй биатлонсылар союзы вице-президенты Дмитрий Алексашин, ИТАР-ТАСС мәғлүмәт агентлығының сығарыусы мөхәррире Василий Барышников, “Ингос­страх” страховкалау компанияһының генераль директоры Алексей Соколов һәм башҡалар сығыш яһаны.
Дмитрий Алексашин билдәләүенсә, Рәсәйҙең илле төбәгендә егерме меңгә яҡын кеше биатлон менән шөғөлләнә, Башҡортостан, Удмуртия, Сведловск, Төмән, Красноярск һәм Мәскәүҙә был спорт төрө айырыуса яҡшы үҫешә. “Балалар араһында биатлонға ылығыусылар аҙ. Был ошо өлкәлә эшләүсе педагог-спортсыларҙың етешмәүенә, илдең “ҡорал тураһындағы” законы эшебеҙгә аяҡ салыуына бәйле”, – тине ул.
Вячеслав Чернов республикала тиҙҙән буласаҡ өс мөһим спорт сараһы тураһында һөйләне. Шунан конгресс ҡунаҡтарына “Йәйге биатлон – 2012” донъя чемпионаты, йәштәр командалары араһында 2013 йылда уҙасаҡ хоккей буйынса донъя чемпионаты һәм Халыҡ-ара балалар уйындарының презентациялары тәҡдим ителде.

Г. БИКМӘТОВА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға