«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөлә – ҙур бокс байрамы



04.05.2012 Өфөлә – ҙур бокс байрамы

Өфөлә – ҙур бокс  байрамы
йәки Яҙҙың һуңғы көнөндә профессиональ бокссы, Силәбе башҡорто Денис Шафиҡов, титулын яҡлап, Италия спортсыһы Брунет Замора менән алышҡа сығасаҡ
31 майҙа Өфөлә профессиональ бокссылар араһында Европаның ЕВU версияһы буйынса чемпион титулына ҙур спорт бәйгеһе үтәсәк. Унда 63,5 кг ауырлыҡҡа тиклем ошо версия буйынса Европа чемпионы, Рәсәй бокссыһы, сығышы менән Силәбе башҡорто Денис Шафиҡов титулын һаҡлар өсөн Италиянан (сығышы менән Кубанан) Брунет Замора менән көрәшәсәк. Был – улар­ҙың үҙ-ара икенсе осрашыуы. 2010 йылда улар 12 раунд буйына кемдең кемлеген асыҡлай алмай, бәйгене тигеҙ иҫәпкә тамамлағайны. Белгестәрҙең күпселеге әйтеүенсә, уҙған турнирҙа Шафиҡов дәғүәсеһенән күпкә көслөрәк була. Тик судьялар нишләптер алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй. Быға тиклем бокссылар үҙ спорт карьераһында бер ҙә еңелмәй. Әйтәйек, Шафиҡов 28 бәйгелә еңеүсе булып, береһен тигеҙ иҫәпкә тамамлаһа, Замора иһә, 22 еңеү яулап, ике раундта дәғүәсеһе менән тигеҙ иҫәпкә айырылыша. 2010 йылдан һуң улар быға тиклем икеһе лә өсәр осрашыу үткәреп өлгөрә. Денис өс бәйгеһен дә алдан тамамлап, дәғүәселәрен но­каут­ҡа ебәрә. 2011 йылдың мартында грузин спортсыһын бишенсе раундта ҡолатһа, сентябрҙә Италия бокссыһын һигеҙенсе раундта дөмбәҫләй һәм быйыл февралдә Шотлан­диянан булған дәғүәсеһен ете раунд буйына бәргесләп, титулын һаҡлап ҡала.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға