«Йәшлек» гәзите » Спорт » СКА-ның хыялы болот кеүек таралды



06.04.2012 СКА-ның хыялы болот кеүек таралды

Нишләйһең, был юлы ла «Газпром» СКА-ны чемпион итә алманы. Төп бағыусы етәк­селеген дә алмаштырып ҡараны, хоккейсыларҙың да «иң-иң»дәрен ҙур аҡса менән йәлеп итте, әммә хыялы тормошҡа ашманы. Әлбиттә, Питер командаһында алға китеш бар. Даими берен­селектә миҙгел буйына лидер булып килеп, аҙағында ғына Силәбенең «Трактор»ы­на дил­бегәне бирҙе. Плей-оффты ла арыу башлағайны. Башта ЦСКА хоккейсыларын ҙур иҫәпкә ҡыйратып, төшө­рөп ҡалдырҙы. «Атлант»ҡа ең һыҙғанып йәбеште һәм ике тапҡыр еңеүҙе бирһә лә, дөйөм 4:2 иҫәбенә отоп, конференция фина­лына сыҡты. Составына ҡара­ғанда, «Динамо» (Мәскәү) ко­манда­һын да үтергә тейеш һымаҡ тойолдо. Әммә улар «ҡаты сәтләүек» булып сыҡты. Әгәр үҙ-ара тәүге осрашыуҙа Ржиганың тәрбиәләнеүселәре булған өҫтөнлөгөн ҡулынан ысҡындырмаһа, кем белә, бәлки, серия икенсе төҫ алыр ине. Ә әлегә улар Знароктың командаһынан бер еңеү ҙә тартып ала алмай, кубок менән хушлашты. Ә инде «Динамо» үҙ тарихында тәүгә Гагарин кубогы финалына сыҡты. Тик әлегә дәғүәсеһе генә билдәһеҙ. Ул Көнсығыш конференцияһы еңеүселәренең береһе – «Авангард» йә «Трактор» менән уйнаясаҡ. Әлегә был ике команда уйындарын дауам итә. Омск уйынсылары дүртенсе осрашыуҙа ҡунаҡтарҙы 3:1 иҫәбенә отоп, серияла ошо уҡ иҫәп менән алға сыҡты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға