«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҙур спорт тирәләй



27.03.2012 Ҙур спорт тирәләй

Павлюченко "Локомотив" өсөн тәүгә уңышҡа өлгәште

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига командаларының икенсе туры күптән башланғайны. Чемпионат лидеры − Санкт-Петербургтың "Зенит" футболсылары үҙ майҙанында "Рубин" менән 1:1 иҫәбенә уйнап, аҫтағыларға әҙерәк булһа ла яҡынлашырға форсат бирҙе. Тик икенсе урында килеүсе ЦСКА клубы, киреһенсә, булған мөмкинлеген файҙалана алмай, "Локомотив"ҡа 0:2 иҫәбенә отолоп, "Зенит" менән булған ете мәрәйлек айырманы ҡыҫҡарта алманы. Ә бына "Локомотив" 63 мәрәй менән өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелде. Мәскәүҙең "Спартак" командаһы, "Динамо"ны 3:1 иҫәбенә еңеп, "Локомотив"тан бер генә мәрәйгә ҡалышып, дүртенсе урынға күтәрелде һәм "Динамо"ны бишенсе баҫҡысҡа ҡыҫырыҡланы. Иң бай "Анжи" клубы ла "Кубань" футболсыларын 2:0 иҫәбенә отоп, 59 мәрәй яулап, "Динамо" менән 5 – 6-сы урындарҙы бүлешә.

Ут күршеләр башҡаларға юл асты

Шулай итеп, быға тиклем Гагарин кубогына эйә булған "Салауат Юлаев" менән "Аҡ барс" хоккейсылары төп бәйгенән төшөп ҡалғас, быйылғыһында уның яңы хужаһы асыҡланасаҡ. Тик ул ҡайһы командаға эләгер – алдағы уйындар хәл итәсәк. Ә әлегә Көнбайыш конференцияһынан СКА менән "Динамо" (Мәскәү) командалары төп бәйгегә сығыр өсөн көрәшһә, Көнсығыштан "Авангард" даими беренселек еңеүсеһе − Силәбенең "Трактор"ына ҡаршы һынау тотасаҡ.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға