«Йәшлек» гәзите » Спорт » Еңеүсе – Өфөнән



13.03.2012 Еңеүсе – Өфөнән

“Биатлон” Өфө спорт-һауыҡтырыу комплексында II Бөтә Рәсәй ҡышҡы универсиадаһының биатлон буйынса финал ярыштары үтте.
Унда Төмән, Новосибирск, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан һәм башҡа региондарҙан 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Ир-егеттәр − 10, ҡатын-ҡыҙҙар 7,5 километрға йүгерҙе. Көсөргәнешле ярышта Башҡортостандан Александр Жирный беренсе урын яуланы. Икенсе урында – Һарытау өлкәһенән Урал дәүләт тау университеты студенты Кирилл Кудряшов, өсөнсө урында – Себер дәүләт университетынан Георгий Сенников.
ҡатын-ҡыҙҙар араһында Төмән спортсыһы Елена Анкудиноваға тиңләшеүсе булманы. Икенсе урынды – Анна Никулина, өсөнсө урынды Ольга Шестирокова яуланы.
С. АМАНТАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға