«Йәшлек» гәзите » Спорт » Плей-офф нимә?.. Чемпионды оттолар



07.02.2012 Плей-офф нимә?.. Чемпионды оттолар

Был юлы Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре ситтәге өс осрашыуҙан бары өс мәрәй генә алып ҡайта алды. Күрәһең, алты уйын рәттән уңышлы сығышы уларҙы тонсоҡторҙо. Әлбиттә, Көнсығыш конференцияһы лидеры – Силәбенең «Трактор»ы юҡҡа ғына үҙенең юғары баҫҡыста тормауын иҫбатлап, Гагарин кубогын яулаусыға бар йәһәттән көслө дәғүәсе икәнен күрһәтһә, ә инде чемпионат аутсайдеры – Екатерин­бургтың плей-оффҡа эләгеүгә бар мөмкинлеген юғалтҡан «Автомоби­лист» хоккейсылары ҡалған осрашыу­ҙарында үҙ көйәрмәндәренә бүләк яһарға булды. Чем­пионды еңеүе үҙе ни тора?!. Иҫәбе лә ҡот осҡос… Юлаев­сылар «тешһеҙ» уйын күрһәтеп, хужаларға 6:2 иҫәбенә отолдо. Осрашыу тулыһынса «Автомо­билист»ың өҫтөнлөгө менән үтте һәм улар лайыҡлы рәүештә үҙҙәренә байрам яһаны. Ә өфөләр команда уйынын юғалтып, шаңҡыған балыҡ шикелле борттан-бортҡа бәрелеп, шайбаны тыңлата алмай ыҙаланды. Шуға ҡарамаҫтан, «Салауат Юлаев» командаһы үҙ дивизионында лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡалды. Икенсе урында килеүсе «Авангард» уйынсылары, СКА-ны 5:3 иҫәбенә отоп, өфөләрҙән хәҙер дүрт мәрәйгә генә ҡалыша. Беҙҙең дивизиондағы «Барыҫ» та еңеү байрам итте. Улар «Нефтехимик»ты 7:4 иҫәбенә еңде.
«Трактор» – «Аҡ барс» – 2:6, «Металлург» /Мг./ – «Динамо» /Рига/ – 3:2, «Югра» – «Атлант» – 2:1 /буллит/.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға