«Йәшлек» гәзите » Спорт » Алдынғылыҡты бирмәҫ Хәбир



27.01.2012 Алдынғылыҡты бирмәҫ Хәбир

Силәбелә тыуып үҫкән башҡорт егете Мексикала билдәле бокссы Роберто Лопесты еңде
Алдынғылыҡты бирмәҫ Хәбир
Башҡорт батыры Хәбир Сөләймәновтың исеме менән таныш булмаған кеше бик һирәктер бөгөн. Америка ҡушма Штаттарында уҡып йөрөүсе егет үҙен бик шәп бокссы, «Алтын бирсәткә» хужаһы итеп танытты. Күптән түгел генә үҙенең сираттағы еңеүен яуланы – Мексиканың Энсенада ҡалаһында Роберто Лопес менән көс һынашып, уны еңде. Алты раунд дауам иткән турнирҙа Хәбир мәрәй­ҙәрҙе күберәк йыйыуға өлгәште.
Бокс буйынса турнирға әҙерләнеү егеткә еңел бирелмәй, сөнки уның алдынан ғына Голливудта рэппер дуҫының концертында ҡатнаша һәм һалҡын тейҙерә. Шулай булыу­ға ҡарамаҫтан, тырышып, күнекмәләргә йөрөй һәм тырышлығы үҙ емешен бирә. Бына бит ул ҡайҙа башҡорт рухының ныҡлығы!
Хәбирҙең бокс рингында киләһе сығыштары февраль – март айҙарында көтөлә. Был юлы ла ярыш Мексикала үтәсәк.

Р. РИНАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға