«Йәшлек» гәзите » Спорт » Италиянан – ике көмөш һәм бер бронза миҙал



24.01.2012 Италиянан – ике көмөш һәм бер бронза миҙал

Италияның Антерсельве биҫтәһендә биатлон буйынса донъя кубогының алтынсы этабы тамамланды.Унда ла Рәсәй йыйылма командаһы миҙал­һыҙ ҡалманы. Ун саҡрым араға спринт бәйгеһендә Евгений Гараничев финишҡа икенсе килеп, үҙ карьераһында тәүге ҙур уңышҡа өлгәште. Ә бына ҡыҙҙарыбыҙ ошо уҡ ярышта миҙал яулай алманы. Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина, атыу рубежын оҫта үтеп, тиҙлеге арҡаһында ғына алтынсы урынды яуланы. Эстафетала был юлы ла Рәсәй ҡыҙҙары подиумға күтәрелде. Екатерина Глазырина, Светлана Слепцова, Ольга Зайцева һәм Ольга Вилухинанан торған команда, Франция менән Беларусь биатлонсыларынан ҡала, өсөнсө булды. Был инде Белорет районы ҡыҙы Вилухинаның команда составында дүртенсе уңышы. Егеттәребеҙ иһә ошо уҡ эстафетала дүртенсе урын менән генә ҡәнәғәтләнде. Дөйөм стартта Антон Шипулин еңеүсенән 0,1 секундҡа ҡалып, бәйгене икенсе булып тамамланы. Шулай итеп, Италияла ике көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, Рәсәй спортсылары алты этаптан һуң ете алтын, алты көмөш һәм алты бронза миҙал менән дөйөм өсөнсө баҫҡыста килә.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға