«Йәшлек» гәзите » Спорт » Дүртенсе этап бер алтын, бер көмөш һәм ике бронза килтерҙе



10.01.2012 Дүртенсе этап бер алтын, бер көмөш һәм ике бронза килтерҙе

Дүртенсе этап бер алтын, бер көмөш һәм ике бронза килтерҙе
Биатлон буйынса донъя кубогының дүртенсе этабы ла артта ҡалды. Ул Рәсәй командаһы өсөн уңышлы ғына булды тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Сөнки эстафетала Анна Богалий-Титовец, Светлана Слепцова, Ольга Зайцева һәм Ольга Вилухинанан торған ҡатын-ҡыҙҙар командаһы алтын миҙал яулаһа, ир-ат биатлонсыларға ла юғары урынға ынтылырға өмөт бар ине, әммә һуңғы этапта булған өҫтөнлөктө юғалтып, улар финишҡа икенсе булып килде. Спринт бәйгеһендә әлеге лә баяғы тәжрибәле ветерандарыбыҙ Ольга Зайцева сираттағы уңышына өлгәшеп, бронза миҙал алһа, шул уҡ дистанцияла Евгений Устюгов та өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде. Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина ла әлегә һынатмай, егерме көслө биатлонсы исемлегенән төшкәне юҡ. Спринт ярышында 10-сы булһа, масс-стартта 13-сө күрһәткескә өлгәште.
Дөйөм миҙалдар һаны буйынса Рәсәй йыйылма командаһы дүрт алтын, дүрт көмөш һәм биш бронза миҙал яулап, өсөнсө урында булһа, Германия менән Норвегия беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға