«Йәшлек» гәзите » Спорт » Гус Төркиәгә лә ярҙам итә алманы…



15.11.2011 Гус Төркиәгә лә ярҙам итә алманы…

Гус Төркиәгә лә ярҙам итә алманы…
Киләһе йылда уҙасаҡ футбол буйынса Европа беренселегенә эләгеү өсөн ҡалған дүрт путевка өсөн осрашыуҙарҙың тәүге уйындары үтте. Беҙҙең төркөмдә Рәсәй футболсыларынан һуң икенсе урынды алған Ирландия командаһы Эстонияла урындағы уйынсылар менән осрашты һәм уларҙы 4:0 иҫәбенә еңеп, чемпионатҡа бер аҙым яһаны ла инде. Шулай уҡ Хорватия футболсылары ла Төркиәлә беҙгә билдәле булған белгес Гус Хиддинктың тәрбиәләнеүселәрен 3:0 иҫәбенә ҡыйратты. Нишләйһең, Густың да рейтингы төшкәндән-төшә бара. Был тиклем мәсхәрәле еңелеүҙән һуң уның ярҙамына өмөтләнеүселәр кәмер, моғайын. Әлбиттә, әлегә ҡотолорға була, тик ҡанатланған хорваттар­ҙы туҡтатыуы, ай-һай, ауыр буласаҡ.
Чехия командаһы үҙендә Черногорияны 2:0 иҫәбенә отһа, Португалия футболсылары ҡунаҡта Босния һәм Герцеговина командаһы менән 0:0 иҫәбенә таралышты.
Рәсәй йыйылма командаһы ла был көндө буш ятмай, Грецияла урындағы команда менән дуҫтарса осрашыуҙа 1:1 иҫәбенә уйнаны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға