«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк



15.11.2011 Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк

Мәғлүм булыуынса, 2013 йылда Өфөлә VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары үтәсәк. Ошоға бәйле, Рөстәм Хәмитов ҙур сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе.
Ултырышта яңы спорт ҡоролмаларын төҙөү, булғандарын реконструкциялау, объекттарҙы техник йыһазландырыу, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу, транспорт менән тәьмин итеү, шулай уҡ ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу мәсьәләләре ҡаралды.
Әйткәндәй, Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһындағы бындай спорт ярыштары үткәреләсәк беренсе төбәк. Өфө донъяның 20-нән ашыу иленән меңләп уҡыусыны ҡабул итәсәк. Уйындар һигеҙ спорт төрө буйынса үткәреләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға