«Йәшлек» гәзите » Спорт » МИЛЛИ КӨРӘШ – МИЛЛӘТЕБЕҘ ҒОРУРЛЫҒЫ



08.11.2011 МИЛЛИ КӨРӘШ – МИЛЛӘТЕБЕҘ ҒОРУРЛЫҒЫ

МИЛЛИ КӨРӘШ – МИЛЛӘТЕБЕҘ ҒОРУРЛЫҒЫ
“Шанлы үткәнебеҙ, данлы бөгөнгөбөҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ ул милли көрәш”, – ти БР-ҙың Милли көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһы вице-президенты Вәкил Ильясов.
Киң йәмәғәтселек Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге көнөн һәм ҡорбан байрамын билдәләгән көндәрҙә Салауат ҡалаһының “Олимпиясы” спорт-һауыҡтырыу комплексында милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге һәм республика чемпионаты үтте.
Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Башҡортостандың Милли көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһы ойошторҙо.
Ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған был ярыш­ҡа үҙҙәренең көстәрен һынап ҡарау өсөн республикабыҙҙың 23 ҡала һәм районынан 150-нән ашыу спортсы килде. Бәйгенең милли көрәш буйынса Рәсәй беренселеге алдынан ойошторолоуы ла ошо тиклем батырҙы бергә тупларға сәбәпсе булды. Исемдәре Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә күптәргә яҡшы таныш милли көрәш буйынса донъя чемпиондары Рәдиф Аҡсурин, Альберт Рәхмәтуллин, Юрий Сабанов, Европа чемпионы Наил Мөхәмәтйәновтарҙың ҡатнашыуы ла сараның кимәле ни тиклем юғары икәнлегенә асыҡ ишаралай ине.
– Салауат ҡалаһында милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге һәм республика чемпионатының үткәрелеүе оло баһаға лайыҡ, – тине, сараны асыу тантанаһында сығыш яһап, ярыштарҙың баш судьяһы, БР-ҙың Милли көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһы вице-президенты Вәкил Ильясов. – Мин быны Салауатҡа батыр рухы ҡайтыуға тиңләр инем. Туған халҡын азатлыҡ хаҡына яуға күтәреүсе, тыуған төйәгенең ҡабатланмаҫ гүзәллеген, башҡорттоң рухи матурлығын үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәрендә сағылдырған Салауаттың образы бөгөн келәмгә сығырға йыйынған көрәшселәребеҙҙе еңеүгә әйҙәүсе көс булырына ышанам.
Ярыш көрәшселәрҙе ике төркөмгә бүлеп үткәрелде: беренсеһендә 16-нан 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр алышты. Икенсе төркөмдә быуындары нығынған өлкәндәр келәмгә сыҡты.
Һәр бер ауырлыҡ категорияһы буйынса призлы урындарҙы алған батырҙарҙы һанай китһәң, ҡағыҙ бите лә етмәҫ, моғайын. Улар, ысынлап та, бик күп. Шуныһы ҡыуаныслы, Рәсәй чемпионатында республикабыҙ намыҫын лайыҡлы яҡларҙай егеттәребеҙ бар. Шуларҙың береһе – ҡыйғы районының Арыҫлан мәктәбе уҡыу­сыһы Вилдан Рауилов. Үҙ категорияһында икенсе урынға лайыҡ булған егет унынсы синыфта уҡый.
– Милли көрәш менән тренерым Валерий Зөлҡәрнәев етәкселегендә бишенсе йыл шөғөлләнәм, – ти Вилдан. – Бөгөнгө еңеүемдән тулы­һынса ҡәнәғәтлек кисермәйем, тырышҡанда, беренсе урынға ла сығырға булыр ине. Ләкин, ни хәл итәһең, келәмдә ныҡыштарға, сәмлеләргә, тырыштарға ғына бәхет йылмая.
Күренеп тора, ҡаты ҡуя талапты Вилдан Рауилов үҙенә. Юҡҡа ғына былтыр Пермдә үткән Рәсәй беренселегендә икенсе урынды яуламаған бит ул. Быйыл да ил беренселегендә ҡатнашасаҡ.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Өфө, Стәрле­тамаҡ ҡалаларынан, Салауат районынан килгән батырҙарҙың арҡалары келәм күрмәне. Еңеүселәргә дипломдар һәм сараның төп бағыусыһы “ГазпромСалауатнефтехим” асыҡ акционерҙар йәмғиәте әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Тимер ҒӘЛИЕВ.
Салауат ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға