«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ләйлә – донъя чемпионы!



04.10.2011 Ләйлә – донъя чемпионы!

Ләйлә – донъя чемпионы!
15 − 18 сентябрҙә Аргентинаның Мендоза ҡалаһында кунг-фу (ушу) буйынса 13-сө донъя чемпионаты үтте. Бындай ҙур спорт сараһы тәүге тапҡыр 1987 йылда Лос-Анджелес ҡалаһында уҙғарылған. Билдәле булыуынса, Баймаҡтың “Барс” көнсығыш ҡул һуғышы алымдары клубында шөғөлләнеүсе Ләйлә Гаджиева быйыл майҙа Мәскәү ҡалаһында ушу буйынса үткән ярышта Рәсәй чемпионы титулына лайыҡ булғайны. Шуға күрә ул Аргентинала илебеҙ намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм еңеү яуланы!
Америка, Аргентина һәм Испания спортсылары менән ярышҡан Баймаҡ ҡыҙы Ләйләнең еңеүе ил, республика һәм тыуған яғыбыҙ өсөн тарихи әһәмиәткә эйә. Уны ысын күңелдән ҡотлап, Аргентина байрағы янында ғорур елберләгән Башҡортостан байрағы өсөн оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға